+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
18 Июнь 2021, 13:15

БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ МӘШҺҮР ЭПОСЫНДА ДАНЛАНҒАН РУХ АТЫНА - АҠБУҘАТЫБЫҘҒА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛА!!!

VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә 6 июлдә Бөрйән районында Аҡбуҙатҡа һәйкәл асыла. Йылҡысыҡҡан күле янында ойошторолған тантаналы сарала Көнсығыш фестиваль округында сығыш яһаған делегацияның бер өлөшө ҡатнаша (Әбйәлил, Бөрйән райондары, Учалы, Сибай, Белорет ҡалалары).Һәйкәл Силәбе өлкәһенең Кәҫле заводында ҡойолған. Авторы — танылған башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлдең бейеклеге биш, аттың бейеклеге – 3,5 метр."Аҡбуҙат" монументаль-скульптура композицияһы Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында урынлаштырылған.

Читайте нас: