+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
17 Июнь 2021, 14:45

"Аҡбуҙат" журналы Ҡаршын ырыуы балалары менән осрашты

Бөгөн Ҡаршын башҡорттары Кушнаренко, Өфө, Благовар, Благовещен, Мишкә, Шишмә һәм Бүздәк райондарында йәшәй. Шуны иҫәптә тотоп, "Аҡбуҙат" журналы ырыу балалары менән Кушнаренко районының Шәрип мәктәбендә осрашыу ойошторҙо.Был мәктәп Өфөгә яҡын ғына урынлашҡан, ни бары 30 саҡырым. Борон замандарҙа бында Ҡаршын ырыуы башҡорттары йәшәгән.

  • "Аҡбуҙат" журналы редакцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Ырыуҙар йыйыны сиктәрендә һәр төбәктә балалар менән күрешеп, үҙ тарихыбыҙ хаҡында һөйләне.
    Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға баҫма тарихы еткерҙе. "Башҡортостандың һәр кескәй гражданы туған телен, шәжәрәһен, тарихын һәм динен белергә тейеш. Ул һеҙҙе көслө һәм аҡыллы, рухлы һәм иманлы итәсәк!" - тине ул.
    Артабан балалар журналдың художество мөхәррире Майя Ҡәйүмова менән бергә башҡорт халыҡ йырҙарында, әкиәттәрҙә йыш телгән алынған ҡошто - һандуғасты төшөрҙө. Еңеүсе - 2 "А" класы уҡыусыһы Динә Иванова һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ. Уҡыусыларға лагерҙа ҡарарға "Урал батыр" йәнһүрәте тәҡдим ителде.
    Осрашыуҙа уҡыусылар туған яҡ буйынса белемдәрен күрһәтте.
    Һүрәттәр, фотолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫыласаҡ.
    Бөгөн Шәрип мәктәбендә 224 бала уҡый, уларҙың 25-е башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә, ә 2-се кластан 9-сы класҡа тиклем дәүләт теле булараҡ өйрәтәләр. Сарала Шәрип мәктәбенең йәйге лагерына йөрөгән балаларҙан бер төркөм
    ҡатнашты. Фидаль Нәсибуллин, Эвелина Абдураимова, Эвелина Хәкимова, Дарина Закирова, Карина Әбйәлилова, Ксения Орлова һүрәттәре лауреат исеменә лайыҡ булды.
    Кушнаренко районы уҙаманы, Ҡаршын ырыуы башҡорто Сәлих Вәлиев - Советтар Союзы Геройы. Балалар төбәктең билдәле шәхестәрен белеп үҫергә тейеш. Беҙ балаларҙы үҙебеҙҙең алыҫ заттар миҫалында тәрбиәләргә бурыслы. Беҙ һәр осрашыуҙа уҡыусыларға әйтәбеҙ. Нимәһе ҡыуаныслы, улар башҡорт батырҙарын яҡшы белә булып сыҡты. Кисә Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнеүен дә иҫкә төшөрҙө. (мөх.)
    Читайте нас: