+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
7 Июнь 2021, 11:08

НИНДӘЙ ЙӘНЛЕК УЛ ТЕРПЕ?

Балалар өсөн әкиәттәрҙә терпеләр йыш ҡына энәләренә алма, бәшмәк сәнсеп ташып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән хәстәрлекле, эшһөйәр йәнлек итеп һүрәтләнә. Ысынында был улай түгел. Терпе – ул...

Балалар өсөн әкиәттәрҙә терпеләр йыш ҡына энәләренә алма, бәшмәк сәнсеп ташып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән хәстәрлекле, эшһөйәр йәнлек итеп һүрәтләнә. Ысынында был улай түгел. Терпе – бөжәк ашаусы бәләкәй генә йыртҡыс урман йәнлеге. Ул еләк-емеш ашамай, бесәй кеүек сысҡан тота, ҡош йомортҡаларын ашай, ямғыр селәүсендәре һәм башҡа төрлө ерҙә йәшәүсе бөжәктәр менән туҡлана. Бәләкәй булһа ла, бик уҫал. Терпенең аяҡтары ҡыҫҡа һәм нескә генә, шәп йүгерә алмай. Тештәре лә ваҡ ҡына. Шуға күрә энәләре уның берҙән-бер һаҡланыу ҡоралы.
Терпенең энәләре сәс һымаҡ – һәр энәнең үҙ төбө бар. Энәләрҙең эсе ҡыуыш, ә тышы шыма була. Һәр бер энә йылдан ашыу үҫә. Улар алышынып тора – ҡойолған энәләр урынына яңылары сыға. Кәрәк булғанда энәләрен йә тырпайта, йә төшөрә. Энәләрен төшөргән саҡта, терпе сәнсмәй, уны хатта ҡул менән һыйпарға мөмкин. Ә инде энәләрен тырпайтһа, улар төрлө яҡҡа йүнәлтелә һәм уға яҡын килеп булмай. Ҡурҡыныс тыуһа, терпе сәнскеле йомғаҡҡа әйләнә.
Ә өйҙә йәшәгән терпеләр бесәй аҙығы ашай, һөт эсә.
Читайте нас: