+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 09:55

"Аҡбуҙат"ҡа ХМАО балалары ҡунаҡҡа килде

Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән балалар Башҡортостанға «Беренсе+» төбәк-ара балалар лагерына йыйылды. Уларҙың күбеһе башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре уҡыусылары, туған тел буйынса олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа ҡатнашыусылар.Ханты-Манси автономиялы округы ЮГРАның Сорғот, Лянтор, Нижневартовск ҡалаларынан һәм Түбәнге Сортым ҡасабаһынан ошо профилле лагерҙа булған балалар "Аҡбуҙат" журналына ҡунаҡҡа килде. Уларҙың етәксеһе - Гөлсирә Камил ҡыҙы Әбдрәшитова.

Журналдың баш мөхәррире Лариса Абдуллина кескәйҙәр баҫмаһы менән таныштырҙы, һәр балаға "Аҡбуҙат"тар таратты, Урал батыр тураһындағы комикстар йыйынтығын бүләк итте. Рәссам Артур Вәсилов балаларға һүрәт төшөрөү серҙәрен асты.
Балалар күңелле итеп фотоларға төштө, йәнле аралашты.
Республикабыҙҙың төп баҫмаһы булған "Аҡбуҙат" журналы менән осрашыу Ханты-Манси өлкәһенән килгән башҡорт балаларының күңелендә йылы хәтирә булып һаҡланыр, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: