+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
21 Май 2021, 13:43

"АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ - ДЫУАНАЙ ЫРЫУЫ БАЛАЛАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ

Саҡмағош районының Аблай мәктәбендә "Аҡбуҙат" журналы үҙенең юбилейын үткәрҙе. Тулыраҡ: сайтта.

Саҡмағош районының Аблай мәктәбендә "Аҡбуҙат" журналы үҙенең юбилейын үткәрҙе.

Сара сиктәрендә баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина балаларға баҫма тарихы менән таныштырҙы. Ул ошо төбәк шәхестәре йырсы Илфаҡ Смаҡов, яҙыусылар Вәзих Исхаҡов, Марис Нәзиров хаҡында һөйләне.

Артабан балалар журналдың рәссамы Артур Вәсилов менән бергә Дыуанай ырыуының ҡошо торнаны төшөрҙө. Еңеүсе - 3-сө класс уҡыусыһы Элина Әсәҙуллина һүрәте. Рәсем журналда баҫыласаҡ.

Сарала "Урал батыр" балаларға йәнһүрәте тәҡдим ителде.

Сара һуңында уҡыусылар үҙ оҫталығын күрһәтеп, шиғыр, шәжәрә хаҡында һөйләне.

Һүрәттәр, видеолар журналдың сайтында һәм башҡа социаль селтәрҙәрҙә баҫыласаҡ.

Был мәктәптә бөгөн 70 бала белем ала, бөтәһе лә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә.

Аблай мәктәбе уҡыусыларынан тыш, осрашыуҙа Үрнәк мәктәбе уҡыусылары ла ҡатнашты.

Һүрәт төшөрөү буйынса Айгөл Фазлыева - 1-се, Данир Ғүмәров - 2-се, Алиса Сираева 3-сө урынға лайыҡ булды. Азалина Садиҡова, Алһыу Сәйетгәрәева, Илнар Ширәев, Карина Кирәева, Гүзәлиә Сәмиғуллина, Зарина Әхмәҙишина лауреат тип иғлан ителде.

Читайте нас: