Азамат төпкөлдәрәк бер төркөм үҫмер малайҙарҙың ат һуғарғанын күреп ҡалды. Бәй, ул да Алмасыуарын йөҙҙөрөп алһын әле. Йүгереп барып тал сыбығын һыуға алып төштө, япраҡтарын сайҡатты. Теге аттарға оҡшатып, Алмасыуарҙы бышҡыртып-бышҡыртып алды. Бөрөшкән тал япраҡтары асылып, терелеп китте, әйтерһең дә, арғымаҡтың ялтырап торған көмөш ялдары! Ә Салауаттың Күк Толпары ярҙа хәле бөтөп тора бирҙе. Ағаһынан күрмәксе, атын һуғарһа була ине лә, иренде шул.
— Әйҙә, бәйгене дауам итәбеҙ! – Азамат йылҡылдап торған Алмасыуарға атланып сабып китте. Салауат Күк Толпарын башта танымай торҙо, ҡатып, бәләкәсәйеп ҡалғайны ул. Шунан ағаһын ҡыуа төштө. Әммә етә алманы.
— Әйттем бит, һин үҙеңә шәберәк атты һайлағанһың, тип. – Салауат илар сиккә етеп тағы үпкәләне.
— Әллә, күрмәнеңме, мин атымды һыуҙа йөҙҙөрҙөм, аҙаҡ күләгәгә алып барып ҡуйҙым, ә һинең Толпарың ҡояшта әлһерәп торҙо…
Ағаһының был һүҙҙәренә ҡаршы Салауат бер ни ҙә әйтә алманы. Сөнки, өләсәһе әйтмешләй, дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ.