+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2021, 12:00

БЕҘ УЛАРҘЫҢ БАТЫРЛЫҒЫН ОНОТМАҪҠА ТЕЙЕШБЕҘ!

#БөйөкЕңеү#Башҡорт әҙәбиәтенең үлемһеҙ полкы#Аҡбуҙат журналыӘлиә Гәлиева. Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы.Беҙ уларҙың батырлығын онотмаҫҡа тейешбеҙ! 9 май - Бөйөк Еңеү көнө. Быйыл илебеҙ 76-сы тапҡыр еңеү яҙын ҡаршылай. 1945 йылдың 9 майында Совет ғәскәрҙәре фашист илбаҫарҙарын тармар итеп илебеҙгә тыныслыҡ яуланы. Бәхеткә ҡаршы, беҙ һуғыш тураһында китаптарҙан уҡып, кинофильмдарҙан ҡарап ҡына беләбеҙ. ...

Бөтә илебеҙ Еңеү көнөн байрам итергә әҙерләнә. Беҙ, 3-сө синыф
уҡыусылары етәксебеҙ Розалия Әхмәт ҡыҙы Йәлилова менән Еңеү
көнөнә етди әҙерләндек. Байрамға хикәйәләр ижад иттек, шиғырҙар яҙҙыҡ, һүрәттәр төшөрҙөк, открыткалар яһаныҡ, “Батырҙар һәйкәле “ тигән бик матур йыр өйрәндек, уны Еңеү паркында урынлашҡан тыуған яҡты яҡлап алышҡан яҡташтарыбыҙға арналған һәйкәл янында ихлас сығыш яһаныҡ. Йырҙы башҡарғанда беҙҙең тыныс тормош өсөн баштарын һалған яҡташ һалдаттар күҙ алдынан үткән кеүек булды. Бәйләнештәр селтәрендә уҙғарылған “Минең кесе Ватаным” конкурсында ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ҡарт олаталары тураһында синыфташым Ислам Әлмөхәмәтов сығыш яһаны. Мин дә үҙемдең ҡарт олатайым Вәли Суфиян улы Һәүбәнов
һәм ҡарт өләсәйем Йәүһәрә Ғәбиҙулла ҡыҙы Шаһиморатова тураһында мәғлүмәт туплап конкурста ҡатнаштым. Синыфташтарым Артем Мәүлитов, Дарина Липова, Радим Ибәтуллин Еңеү көнө тураһында бай йөкмәткеле шиғырҙарҙы тасуири итеп ятлап
һөйләне. Снежанна Брагина, Карина Ғизәтуллина, Айгиз Мәүлитовтарҙың һүрәттәре бик сағыу килеп сыҡты. Районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк китапханаһында китапханасы Гүзәл Кәүсәр ҡыҙы Ауырғазы районынан сыҡҡан яугир яҡташтарыбыҙ тураһында бик күп мәғлүмәт бирҙе, балалар өсөн һуғыш тураһында китаптар менән таныштырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары йылдан-йыл һирәгәйә бара.
Беҙ, йәш быуын, уларҙың батырлыҡтарын белергә һәм онотмаҫҡа тейеш.
Читайте нас: