-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
6 Май 2021, 22:05

#БөйөкЕңеү#Башҡорт әҙәбиәтенең үлемһеҙ полкы#Аҡбуҙат журналы

Ибраһим АБДУЛЛИНҮҘ ЯҒЫМА ҠАЙТҺАМҮҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятыпТыңлар инем үлән үҫкәһен.Тыңлар инем салғы тауыштарын,Киске йылы елдәр иҫкәнен.

Үҙ яғыма ҡайтһам, ергә ятып
Эсер инем шишмә һыуҙарын.
Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын,
Егеттәрҙең ҡурай моңдарын.
Үҙ яғыма ҡайтһам, ялан аяҡ
Эҙләр инем тәүге юлымды,
Инеш буйындағы сәскәләрҙе,
Күҙем төшкән тәүге ҡыҙымды.
Читайте нас в