Кеҫәһенән үҙе яратҡан өрөктө сығарып һура башланы, береһен шулай ҙа Асманға һуҙҙы - бер үҙең генә ашарға ярамай, тип өйрәтә бит олатаһы.
Асман да өрөк ярата ине, башта алмаҫҡа уйлағайны ла, ҡулы тыңламаны, һуҙылды ла алды. Икәүләшеп өрөк сәйнәй-сәйнәй, Асмандың уйынсыҡтары яғына юлландылар. Диван арты туп-тулы уйынсыҡтар йорто икән - машиналар, пирамидалар, доминолар, төрлө нәмәләр ҡороп була торған эләктергесле "кирбестәр", йәнлектәр, төрлө кейемле кешеләр һындары... Бигерәк тә Таһирҙы тәпәйҙәре һәм мороно пластырь менән йәбештереп ҡуйылған айыу аптыратты.
- Нимә булған уға?- тип һорамай булдыра алманы.
- Розеткаға моронон тыҡҡан да, ток һуҡҡан, - тип аңлатты Асман.- Моронон тартып алам тигәнсә тәпәйҙәре янған. Күпме әйтһәм дә тыңламаны, хәҙер ята ана ауырып. Ярай тотош янып китмәне.
- Розеткаға тейергә, унда бер нәмә лә тығырға ярамай, тип олатайымдар миңә лә әйтеп тора ул, - тине Таһир.- Тик мин унда ток тигән кеше һуғып ултырғанын белмәгәйнем.
- Ток кеше түгел дә ул, ана лампочканы яндыра, телевизорҙы күрһәттерә. Үҙе күренмәй, күренмәһә лә һуғышҡаҡ, - тип белгәнен һөйләп бирҙе Асман.
Малайҙар бик дуҫлашып киттеләр был кистә. Тағы осрашып торорға һүҙ ҡуйыштылар. Яңы дуҫын бик яратып, Асман үҙенең иң яратҡан яңы машинаһын бүләк итеп ҡайтарҙы.