+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 20:30

"АҠБУҘАТ"ТАР ТАМЬЯН ЫРЫУЫ ЕРЕНДӘ

БАҪМАБЫҘ ҮҘЕНЕҢ 30 ЙЫЛЛЫҠ ЮБИЛЕЙЫН ТУЙМАЗЫ РАЙОНЫНЫҢ ТАТАР-ОЛҠАН МӘКТӘБЕНДӘ БИЛДӘЛӘНЕ.Баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина журнал менән таныштырҙы, балаларға ырыу ағасы, туған тел ҡиммәттәре, ойошторолған конкурстар хаҡында һөйләне. Рәссам Артур Вәсилов балаларға оҫталыҡ дәресендә һүрәт төшөрөү серҙәрен асты. Был районда балалар Татар-Олҡан ауылы халҡының Тамьян ырыуына ҡарауын иҫәпкә алып, ошо ырыуҙың ағасы – тирәкте һәм ҡошо – ҡарғаны төшөрҙө!

Балалар барыһы ла бик тырышты, әммә еңеүсене билдәләмәй булмай шул.
Гран-приға 4-се класс уҡыусыһы Сабина Фахразова лайыҡ булды һәм "Аҡбуҙат"тың махсус бүләге – башҡортса йырҙар, шиғырҙар, һүҙҙәр менән байытылған планшет менән бүләк ителде.
Татар-Олҡан мәктәбендә бөгөн 115 бала белем ала, уларҙың 62-һе башҡорт телен туған тел, барыһыла дәүләт теле булараҡ өйрәнә.
Читайте нас: