+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 12:48

ТАЛ АҪТЫНА ТУБЫРСЫҠТАР НИСЕК КИЛЕП ЯТҠАН?

Яуабы - сайтта. Балаларға был турала белеү ҡыҙыҡ булыр...))

Кисә ғаиләбеҙ менән урманға барғайныҡ. Тәбиғәт үҙ тормошо менән йәшәй: ҡоштар тауышы, ҡырмыҫҡалар йүгереп йөрөп иләүҙәрен ҡарай, бөжәктәр күренә башлаған... Һәм тағы бер ғәжәп хәлгә юлыҡтыҡ: тал ағасы, ә аҫтында тубырсыҡтар йәйелеп ята. Яңылыш күрәмме әллә, тип Гүзәл менән барып уҡ ҡараныҡ. Шунда атаһы Гүзәлгә (һәм миңә лә) аңлатып бирҙе: был тубырсыҡтар тумыртҡаныҡы икән. Тумыртҡа тубырсыҡ ҡыҫтырырға үҙенә йәтеш кенә урын (станок) эшләп ала ла икән, аҙығын шунда ҡуя. Унан рәхтәләнеп тубырсыҡтың емештәрен ашай.
Читайте нас: