Умырзаяның төрҙәре бик күп. Беҙҙә күк (сон-трава), һары (горицвет), аҡ (ветреница) умырзаялар үҫә. Һары һәм күк төҫлөләре ҡайын, имән урмандары ситендә, ҡалҡыулыҡтарҙың көньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш биттәрендә үҫә. Үҫемлекте Башҡортостандың күпселек райондарында күрергә мөмкин. Тик Ҡалтасы, Яңауыл райондарында ул осрамай.
Урман аҡ умырзаяһы һирәк урманда, сағыл һәм ҡоро болонда үҫә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа, Башҡортостан биләмәһенең бар яғында ла таралған.