Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Яҙһылыу менән Ҡарһылыу. Улар икеһе лә бик матур һәм уңған ҡыҙҙар булғандар. Бигерәк тә һүрәт төшөрөргә яратҡан улар. Иртән иртүк торалар ҙа, буям-ҡәләмдәрен алып, тәбиғәткә сығалар, ти.
Ҡарһылыу аҡ һәм күкһел төҫтәрҙе яратҡан. Ауылдағы кешеләр тороуға тирә-яҡты йәмләп аҡ нурҙарын өләшкән. Балалар тәҙрәләге биҙәктәргә ҡарап һоҡланған, Ҡарһылыу яһаған һүрәттәр бигерәк оҡшаған уларға. Тик Яҙһылыу күренеү менән Ҡарһылыуҙың әҙерәк күңеле төшкән. Ҡояш апайына серҙәрен һөйләп илап та ала торған булған. Ҡояш апайы уны яратҡан һайын Ҡарһылыуҙың күңеле йомшарған, ти.
Яҙһылыу бигерәк алсаҡ булған. Уның йылыһы барыһына ла еткән. Ҡарһылыуға ҡарағанда, Яҙһылыу сағыу төҫтәрҙе яратҡан. Ул урамда күренеү менән, ҡоштар һайрашҡан, тәбиғәт йоҡоһонан уянған, ти.
Бер ваҡыт Ҡарһылыу менән Яҙһылыу тау башында осрашҡан, ти. Кем тиҙерәк тауҙан йүгереп төшөр тип ярыш үткәрергә булғандар. Етәкләшеп алғандар ҙа, йүгерәләр ҙә, йүгерәләр, ти. Яҙһылыу беренсе булып уҙып китәм тигәндә, Ҡарһылыуҙың боҙло итәгенә баҫып ҡолап китә. Дәфтәрендәге төрлө төҫтәге сәскәләр Яҙ биҙәктәре булып тау битләүенә һибелә! Шулай итеп, урмандарҙа беренсе сәскәләр – умырзаялар үҫә башлай. Ә Ҡарһылыу оялышынан илап ебәрә. Уның йәштәре ҡыйыҡтарҙан тамған, гөрләүек булып аҡҡан, ти.