+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 18:25

Ханты-Манси автономиялы округы  Сорғот ҡалаһының йәкшәмбе мәктәбендә башҡорт телен өйрәнгән уҡыусылар "Аҡбуҙат" журналы менән осрашты.

Осрашыу барышында баҫманың баш мөхәррире Лариса Абдуллина уҡыусыларҙы журнал менән таныштырҙы, Башҡортостан, башҡорт халҡы тарихы хаҡында һөйләне. Урындағы балалар телде белә. Туған республиканан ситтә йәшәп тә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә, йәкшәмбе мәктәбендә дәрестәр алып барған Гөлсирә Әбдрәшитоваға ҙур рәхмәт!

Иң әүҙем, викторина һорауҙарына яуап биргәндәргә бүләктәр тапшырылды. Һәр балаға "Аҡбуҙат" журналы бүләк ителде.
Балалар Башҡортостан Башлығы грантына төшөрөлгән "Урал батыр" йәнһүрәте тәҡдим ителде.
Балалар үҙҙәре лә сараға буш килмәгән: шиғыр ятлаған.
Малайҙар араһында викторина һорауҙарына иң әүҙем яуап биргән, саф башҡортса матур итеп һөйләшкән Ихсан Арыҫланов башҡортса шрифтлы планшетҡа лайыҡ булды. Ҡыҙҙар араһында ла зирәктәр күп булды.
Киләсәктә лә Сорғот балалары менән бәйләнеш нығыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Ата-әсәләр, әүҙем йәмәғәт ағзалары баҫманы алдырып уҡырға теләк белдерҙе. Әйткәндәй, улар бөгөн дә беҙҙең баҫманы алдыра.
Кәримә Арыҫланова, Сәлимә Аҙнағолова, Илнара Яманғолова, Илһам Яманғолов, Айсилә Минзибаева, Зәлинә Нәсибуллина, Ализа Сурина, Азат Сурин, Тимур Күзбәков. Булат Күзбәкова, Дамир Талипов, Азалия Талипова, Аделина Шәмсетдинова, Сафия Сырлыбаева уҡытыусылар Гөлсирә Әбдрәшитова алып барған дәрестәргә бик теләп йөрөй. Был балалар "Аҡбуҙат" журналының тоғро дуҫы булып үҫер!
Читайте нас: