+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 09:05

"ТЫЛСЫМЛЫ ДОНЪЯ"ЛА - "ҠАҘ ӨМӘҺЕ"

Өфө районының Дмитриевка ауылы «Тылсымлы донъя» балалар баҡсаһында фольклор байрамы. Төркөмөбөҙ яңы асылыуға ҡарамаҫтан, кескәйҙәр менән бик уңышлы, әһәмиәтле эш алып барыла. Шуға ла халҡыбыҙҙың көнкүреш милли йолаларына ҙур иғтибар бүленә.

Байрамыбыҙға башҡа милләт ҡунаҡтары ла килде. Сара күңелле йыр, дәртле бейеү менән үрелеп барҙы. Теләктәрен белдереп «Ҡаҙ өмәһе»ндә лә әүҙем ҡатнаштылар, хатта, бергәләп йылғала ҡаҙ сайҡаттылар.
Өлкән тәрбиәсе: Айгөл Альберт ҡыҙы Зарипова.
Читайте нас: