+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 09:50

ҠАЙЫН ТУҘЫНЫҢ ТЫЛСЫМЫ

Туҙҙан эшләнгән һауыттағы һыу ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай. Туҙ серемәй, оҙаҡ йылдар үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Боронғо туҙҙан эшләнгән грамоталар 600 – 700 йыл һаҡланған...

Туҙ – ул экологик яҡтан таҙа, матур, төрлө биҙәкле, бик еңел, һығылмалы, ныҡ, һыу һәм һауаны үткәрмәй торған тәбиғи материал. Шуға күрә уны төҙөлөш материалы итеп ҡулланғандар, һыу ташыу өсөн һауыттар эшләгәндәр. Туҙҙан эшләнгән һауыттағы һыу ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла туңмай. Туҙ серемәй, оҙаҡ йылдар үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Боронғо туҙҙан эшләнгән грамоталар 600 – 700 йыл һаҡланған. Вирус һәм бактерияларға ҡаршы тороу үҙенсәлегенә лә эйә ул. Шуға туҙҙан эш­ләнгән һауыттарҙа һөт, ҡаймаҡ, май, ит, икмәк, балыҡ һәм бал тәмдәрен юғалт­май, саф килеш һаҡлана.
Туҙҙы йәй башында, ҡайын һуты ағыуынан туҡтағас, йыялар.
Элек туҙҙан һауыт-һаба, уйынсыҡтар, музыка ҡоралдары, кәрзиндәр, кәмәләр, биҙәүес әйберҙәре эшләгәндәр, сабата үргәндәр, төҙөлөштә лә, ҡағыҙ урынына ла ҡулланғандар. Хәҙер уны сувенирҙар, төрлө биҙә­үестәр, һауыт-һаба, кәрзиндәр, баш ке­йем­дәре (эшләпәләр), дарыуҙар эшләү өсөн файҙаланалар.
Ҡайын туҙынан ҡайнатылған һағыҙ бик тәмле һәм шифалы. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, теш ҡаҙнаһы яр­һы­ғанда – яҡшы дауа.
Ҡайын туҙы һалҡын бүлмәлә лә йылы килеш һаҡлана, сөнки ул ыңғай энергияға эйә. Баш ауырыуҙарынан, стрес­тан аралай, ҡан баҫымын көйләй. Яр­һыған кешегә тынысланыр өсөн туҙға бер нисә минут ҡарап тороу йә уны ҡулда тотоп тороу ҙа етә. Туҙҙан үрелгән сабатаны кейеп йөрөү быуындарҙы ревматизмдан һаҡлай, тип иҫәпләгән боронғолар. Яралы ергә туҙҙы ваҡлап һипкәндәр, шулай иткәндә, яра эренләмәй тиҙ уңалған. Туҙҙан эшләнгән олтораҡтар һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Батша һалдат һәм офицерҙары һәр ваҡыт туҙҙан эшләнгән олтораҡтарҙы ҡулланған. Сөнки, беренсенән, туҙ аяҡ тирләүҙән, аяҡ­тарҙан насар еҫ килеүҙән, йәғни бәшмәк ауырыуынан һәм башҡа төрлө бактерия­ларҙан һаҡлай. Икенсенән, туҙҙың составында булған бетулин, ысынлап та, быуындарҙың һыҙ­лауын баҫа, организмдың төрлө ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра. Туҙҙың составы ыҫмалалы матдәләргә бай булғанлыҡтан, ул тиҙ тоҡаныусан, шуға күрә уны ут яҡҡанда тотоналар.
Туҙ составының өстән бер өлөшөн бетулин тәшкил итә. Уны икенсе төрлө ҡайын камфараһы тип тә йөрөтәләр. Медицинала ул дарыу булараҡ рәсми рәүештә Рәсәйҙә, АҠШ-та һәм башҡа бик күп илдәрҙә ҡулланыла.
Туҙҙың составында булған бетулин: 1) бауырҙы төрлө химик матдәләр менән зарарланыуҙан һаҡлай; 2) яман шеш күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүен иҫкәртә; 3) зарарлы матдәләрҙе организмдан сығарыуға булышлыҡ итә; 4) төрлө тире ауырыуҙарына ҡаршы дауалау сараһы булып тора; 5) ауырыу ағышын еңеләйтә; 6) элек бала тыуған йорттағы һауаны зарар­һыҙландырыу өсөн туҙҙан алынған ҡайын дегетенең бер нисә тамсыһын мейес­тәге ҡуҙға тамыҙғандар.
Туҙ – бик ныҡ материал. Әгәр уны эшкәртә белһәң, бик матур һәм, иң мө­һиме, файҙалы әйберҙәр яһап буласаҡ.
Читайте нас: