+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель 2021, 11:22

ЙЫРЛАЙЫҠ БЕРГӘ. Һаумы, ҡояш!

Кәтибә Кинйәбулатова һүҙҙәре,Вилүр Мәүлетов музыкаһы.(Йырҙың һүҙҙәре сайтта бирелгән)

Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,
Ҡояш нурын һибә көлтәләп.
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, яҡты көн!
Үрмә гөлдәр наҙлы иркәләр.
Һаумы, ҡояш, ерем, төйәгем!
Һеҙ тип, һеҙ тип тибә йөрәгем.
Һеҙҙең өсөн гөлдәр үҫтерәмен,
Шатлыҡ тауын, гүйә, өйәмен.
Эй шатлыҡлы бөгөн иртәләр,
Ҡояш нурын һибә көлтәләп.
Һаумы, ҡояш!
Һаумы, яҡты көн!
Үрмә гөлдәр наҙлы иркәләр.
Читайте нас: