-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
4 Апрель 2021, 14:15

КӨЛӨП АЛАЙЫҠ ӘЛЕ!

Юнир САЛАУАТОВКӨЛДӨРГӨСТӘРКЕМДЕ ЯРАТА?- Хәйҙәр, кемде күберәк яратаһың, олатайыңдымы, әллә өләсәйеңдеме?- Олатайымды!- Ниңә?- Сөнки ул да, мин дә малай.БЕЛӘ— Улым, һиңә бер һорау бирергә мөмкинме? — тип һораны олатаһы биш йәшлек ейәне Мусанан.- Юҡ, кәрәкмәй. Мин барыһын да беләм, — тине ул.

МЫЙЫҠ
Балалар баҡсаһынан ҡайтышлай Муса троллейбусҡа бик иғтибар менән ҡараны. Шунан өләсәһенә:
— Бесәйебеҙҙең дә, олатайыбыҙҙың да мыйығы танауы аҫтында, ә троллейбустыҡы башына үҫкән, — тип ҡуйҙы.
КӨТӘЛӘР
Балалар баҡсаһындағы ҡомлоҡта уйнап йөрөгән Әлфир, үҙен алырға килгән әсәһенең ҡапҡанан ингәнен күреп ҡалып:
— Мин ҡайтам, өйҙә ҡатыным да, балалар ҙа көтә, магазинға инеп аҙыҡ-түлек алаһы ла бар, — тине иптәш малайҙарына.
УЛАР ЙОҠЛАЙ
Муса атаһы менән күлгә балыҡ ҡармаҡларға барҙы. Тик бер балыҡ та эләкмәне.
- Ни эшләп бер балығың да юҡ? — тип һораны әсәһе.
- Балыҡтар йоҡлай, — тине улы.
ҺӨТ ШЕШӘҺЕ ҠАЙҘА?
Кескәй Азамат беренсе тапҡыр ауылға ҡайтты. Өләсәһе мал-тыуарҙар менән таныштырҙы ла:
- Был һыйыр, улым. Ул һөт бирә, — тине.
Малай, һыйыр тирәһендә әйләнеп йөрөнө лә:
- Ә уның имеҙлек ҡуйылған һөт шешәһе ҡайҙа? — тип һораны.
Юнир САЛАУАТОВ.
Читайте нас: