Республикабыҙҙың төрлө райондарында йәшәгән уҡыусылар уҡытыусылар менән берлектә ололарҙан һорашып, үҙҙәренең төбәгендәге быға тиклем бар ҡайҙа ла баҫылмаған, юғалыу өҫтөндә булған 55 әкиәтте эҙләп таба. Проекттың авторы Фәнил Бүләков был әкиәттәрҙе “халыҡ ижадының аҫыл ынйыһы” тип атай. Әкиәттәр яҡын киләсәктә китап булып донъя күрәсәк.