+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 12:05

БАЛАЛАРҘЫҢ ҠЫҘЫҠТАРЫ

Кескәйҙәр һөйләйБарабансы серәкәйҙәр– Ҡуй, туҡылдама, ҡолағымдағы барабан ярыһы ярылып килә…– Әсәй, һинең ҡолағыңда барабан бармы ни?– Эйе, ҡыҙым.– Ул барабанда серәкәйҙәр ошолайтып көй уйнаймы? (Ҡалаҡ менән тәрилкәгә һуғыуын дауам итә).

Өс йәшлек тел белгесе
Өс йәшлек ҡыҙым көҙгө алдына баҫҡан да, ауыҙын асып, тамағына бармағы менән күрһәтеп, нимәлер аңлатырға итә.
– Атай... Ҡыҙыҡ ҡына, – ти.
– Нимә ҡыҙыҡ ҡына? – тип ҡат-ҡат һорағас, аңлап ҡалдым.
– Йотоғом ҡыҙыҡ ҡына, – ти икән.
Тамаҡ тигән һүҙҙе әлегә белмәгәс, әллә аңҡауын, әллә бәләкәй телен көҙгөнән күреп ҡалған да, шуны аңлатырға маташыуы икән.
Тышҡа ҡара...
– Атай, ҡара… – ти Айсулпан, тәҙрәгә бармағы менән күрһәтеп, ә үҙе йомшаҡ диванда ырғый ҙа ырғый.
– Тышҡамы? – тип урамға ҡарайым. Әллә ни күҙгә элерлек яңылыҡ юҡ – ямғыр яуа, ел ағас япраҡтарын елберләтә.
– Атай, тышҡа ҡара, тыш һикерәнләй, – ти өс йәш тә дүрт айлыҡ ҡыҙыбыҙ.
Ошоға оҡшаш хәл бынан бер нисә көн элек тә булғайны. Айсулпан уйынсыҡ синтезаторында уйнап ултырҙы ла:
– Атай, ҡара, минең бармаҡтарым бейей, – тип ҡуйҙы. Ҡыҙыбыҙ башҡорт бейеүҙәрен ҡарарға ярата шул.
Айсулпандың ҡыҙыҡтарын атаһы Илгиз ИШБУЛАТОВ ҡағыҙға теркәне.
Читайте нас: