+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
30 Март 2021, 11:04

ӨФӨ ЕГЕТЕ АЛАН ҺАҘЫЕВ ӨС ЙӘШТӘН АЛЫП БОРОНҒО СӘҒӘТТӘР МЕНӘН МАУЫҒА

Һеҙҙең арала шундай шәп шөғөлдәре булған бәләкәй генийҙар бармы? Улар тураһында беҙгә яҙып ебәрегеҙ! Алан менән тулыраҡ сайтта таныша алаһығыҙ.

Алан Һаҙыев Өфө ҡалаһында сәғәттәр буйынса иң йәш коллекционер. Бөгөнгө көндә уның өйөндә Германия, Франция, Швейцария, Рәсәй илдәренән 400-ҙән ашыу экспонат бар. Кеҫә, ҡул сәғәттәре, иҙәнгә, стенаға ҡуйылғандары. Ҡайһы бер сәғәттәрҙе Алан интернеттан таба, икенселәре артынан ер аяғы – ер башына китергә лә риза. Малай уларҙың һәр береһенең маркаһын белә, тарихын һөйләп бирә ала.

Алан бик теүәл егет, бер ҡасан да бер ҡайҙа ла һуңламаҫҡа тырыша. Өйҙәге бер сәғәт тең дә туҡтап торғаны юҡ, көн дә уларҙы эшләтеп ебәрәләр.

Нимәһе ҡыҙыҡ, Аланға ауырлы ваҡытта, сәғәт тыҡылдауы әсәһенең ныҡ йәненә тейгән булған!..

Алан киләсәген дә сәғәттәр менән бәйләргә ниәтләй.

Читайте нас: