+8 °С
Ясна
VK
Бөтә яңылыҡтар
28 Март 2021, 11:25
ПЕРМЬ КРАЙЫНДА БАШҠОРТОСТАН МӘҘӘНИӘТЕ ҺӘМ МӘҒАРИФЫ КӨНДӘРЕ ҮТТЕ
ПЕРМЬ РАЙОНЫНЫҢ ҠУЯН АУЫЛЫ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТОНА БАШҠОРТ ХАЛҠЫНЫҢ АРҘАҠЛЫ УЛЫ, РӘСӘЙ МӘҒДӘНСЕҺЕ ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВҠА ИҪТӘЛЕКЛЕ ТАҠТАТАШ АСЫЛЫУЫ ТУРАҺЫНДА ХӘБӘР ИТКӘЙНЕК ИНДЕ. УРЫНДАҒЫ МӘКТӘП УҠЫУСЫЛАР "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫ МЕНӘН ДӘ ТАНЫШТЫ.БАШ МӨХӘРРИР ЛАРИСА АБДУЛЛИНА БАҪМА ТАРИХЫ, БАШҠОРТОСТАН МЕНӘН ТАНЫШТЫРҺА, ЖУРНАЛДЫҢ ХУДОЖЕСТВО МӨХӘРРИРЕ МАЙЯ ҠӘЙҮМОВА РӘСЕМ ТӨШӨРӨҮ БУЙЫНСА ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ ҮТКӘРҘЕ.УРЫНДАҒЫ БАЛАЛАР МЕНӘН ӨС ОСРАШЫУ БАРЫШЫНДА УҠЫУСЫЛАР ҺҮРӘТ ТӘ ТӨШӨРҘӨ, БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТЫНА ТӘРЖЕМӘ ИТЕЛГӘН "ШУМЕР" ЙӘНҺҮРӘТЕН ҠАРАНЫ. ҺОРАУҘАР БИРҘЕ. ЙӘНЛЕ АРАЛАШЫУ БАРЫШЫНДА БАЛАЛАРҒА "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫНЫҢ ҒӘЙНӘ ҺӘМ ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ДИАЛЕКТЫНДА СЫҒАРЫЛҒАН ҺАНДАРЫ БҮЛӘК ИТЕЛДЕ.
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан