Дуҫтар, һеҙ баҡса эштәрен башланығыҙмы әле? Юҡ әле, ҡар иреп бөтмәгән бит, тиерһегеҙ. Ә "Ҡояшҡай" төркөмө кескәйҙәре ҡар бөткәнен көтөп торманы. Улар тәҙрә төбөндәге мини - баҡса хужаларына, "Шалҡан" әкиәтендәге Әбей менән Бабайға, маз булып йәшелсә, сәскәләр үҫтерешә башланы. Көн һайын үҫемлектәрҙең нисек үҫкәнен күҙәтәләр, һыу һибәләр, тупрағын йомшарталар. Әйткәндәй, Әбей менән Бабайҙың ихатаһы ҙур, шуға унда баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерергә лә, мал-тыуар көтөргә урын етәһе. Балалар йорт хайуандарының ҡағыҙ фигураларын, тәрбиәсе апайҙары ярҙамында, "Аҡбуҙат" журналы эсендәге өлгөнө ҡырҡып эшләнеләр.