+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
25 Март 2021, 10:49

"КЕМДЕҢ КҮЛДӘГЕ МАТУР?"

"Бәпембә" балалар баҡсаһында Театр көнөнә арналған "Әкиәт донъяһында" аҙналығы үтте. Аҙналыҡ сиктәрендә тәрбиәселәр балалар өсөн Айһылыу Йәғәфәрованың "Кемдең күлдәге матур" әкиәтен сәхнәләштерҙе.

Тәрбиәселәр үҙҙәре үк матур итеп костюмдар тегеп, битлектәр әҙерләне. Ролдәрҙе улар ҙур оҫталыҡ менән башҡарып, мимика, интонация ярҙамында кескәйҙәрҙе әкиәт иленә алып инде. Сәхнә биҙәлеше, декорация, артистарҙың гримы — барыһы ла әкиәттең балаларға тәьҫир итеү көсөнә йоғонто яһаны. Иң мөһиме, баҡсаға йөрөүсе кескәйҙәр әкиәтте тын да алмай ҡарап, тыңлап ултырҙы.
Читайте нас: