+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
22 Март 2021, 19:05

БИШЕК ЙЫРЫ

Бишек йырыСеү-сеү генә, иламасы,Йоҡласы, бәпкәм минең.Йырлап ҡына ойотайымКөс йыйыр мәлең һинең. Йоҡлай бәпес бишегендә,Йылмайып ҡуя ҡай саҡ.Уйынсыҡтары арыған,Күҙҙәрен йомған ҡурсаҡ. Серле айҙан Зөһрә һылыуСиләктән төштәр һибә.Йондоҙҙар ҙа һоҡланышып,Күҙ һирпеп китә һиңә. Алда көтә ал ҡояшың,Йәйғорло бала сағың.Аҡ тормошҡа толпар егеп,Осорһоң ҡолонсағым!Зөһрә САФИНА-РӘХМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: