+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
19 Март 2021, 16:30

БАЛАЛАР ИЖАДЫ

Өс япраҡ(Әкиәт) Бер урманда, бер ағаста, йәшәгән, ти, өс япраҡ. Береһе – Һороҡай, икенсеһе – Алтынҡай, өсөнсөһө – Йәшелкәй исемле булған. Бына көҙ еткән. Япраҡтар төрлө төҫкә мансылған. Һороҡай – ҡара-һоро, Алтынҡай – алтын-һары, Йәшелкәй – йәшкелт-һоро төҫкә әйләнгән, ти. Бер көндө көслө көҙгө ел япраҡтарҙың өсөһөн дә ергә осороп төшөргән. Ятып-ятып ялҡҡас, улар һөйләшә башлаған. Һөйләшеп-һөйләшеп ялҡҡас, улар бәхәсләшә башлаған, ти. Һәр береһе үҙенең төҫө менән маҡтана икән. Бына көҙ үтеп, ҡыш еткән. Ҡыш үтеп, яҙ еткән, ти. Оҙаҡламай өс бәхәсләшкән япраҡтан тик ҡара-һоро төҫтәге серетмә генә ҡалған. Серетмә, ашламаға әйләнеп, йәш үҫентеләргә ҙур ағас булып үҫеп китергә ярҙам иткән. Башҡа ағастарҙан ҡойолған япраҡтар ҙа үҙ урындарын тапҡан, ти. Ергә түшәлеп ятҡан төрлө сағыу япраҡтарҙы урманға килгән балалар йыйып алған. Китап-дәфтәрҙәре араһына киптерергә һалып та ҡуйғандар, ти. Дуҫтар, өс япраҡ кеүек, бушҡа бәхәсләшмәйек, татыу йәшәйек! Алтынай НӘЗИРОВА.Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: