Хажиәхмәт Исхаҡ улы Ишбулатов Өфө губернаһының Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Өйҙөрәкбаш ауылында 1851 йылдың 16 мартында тыуған. Атаһы Исхаҡ Мөхәммәтрәхим улы — 3-сө Мишәр кантонының хәрби старшинаһы.
1866 йылда Ырымбур кадет корпусын тәмамлай. 1900—1904 йылдарҙа Орск пехота полкында. 1908 йылда генерал-майор чинында отставкаға сыға. Беренсе донъя һуғышы башланғас, 1915 йылда яңынан хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
1916 йылдың 18 апреленән 152-се запас пехота полкы командиры. 1918 йылдың 8 ғинуарынан 1-се Мосолман уҡсылар бригадаһы командиры. 1917 йылда — Бәләбәй гарнизоны башлығы.
1918 йылда башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып, 1918 йылдың 28 сентябренән 1-се Башҡорт пехота дивизияһы башлығы, һуңынан Башҡорт айырым корпусы командиры. Октябрҙә генерал-лейтенант званиеһы бирелә. 1918 йылдың 28 ноябренән — Башҡорт милли ғәскәре башлығы.
1921 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.