"Гимнастика эшләп тәндәрҙе яҙғас ҡыҙыу уйындарға ла күстек. "Поезд" булып йүгереү, биҙрәләр менән ҡар өйөү кеүек уйындарҙа үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Шулай уҡ "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Бесәй һәм сысҡан" уйындарында теләп ҡатнаштылар. Көн күңелле балаларҙың көлөүенә күмелеп матур, ҡыҙыҡлы үтте. Яңы көнгә дәрт алып, тәмле приздар алып таралыштылар. Көн һайын гимнастика эшләргә һүҙ бирештек, сөнки "Хәрәкәттә - бәрәкәт", "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух", "Сәләмәт ғаилә - сәләмәт ил!", - тип хәбәр итәләр беҙгә Нәби модель китапханаһынан.