«Башҡортостандың әлеге хәле һәм беҙ шаһит булған ҡаҙаныштары—ошо ике кеше ҡулы менән эшләнгән эш һөҙөмтәһе. Совет власы өсөн иң ауыр булған 20-се йылдарҙа улар Республиканы етәкләй. Мәҫәлән, аслыҡ йылдарында Муллайән Халиҡов Мәскәүгә ярҙам талап итеп хаттар яҙа. Башҡортостандың әлеге сиктәре лә был ике тарихи шәхес башҡарған хеҙмәттең емештәре.