+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
11 Март 2021, 10:05

ЙӘЙҒОР ТӨҪТӘРЕ АША

Сафия менән ҡуян балаһы тураһындағы әкиәтте дауам итәбеҙ. Кемдәр ҡыҙыл кешенең портретын төшөргән, бик хуп! Уларға - 5 мәрәй. Тик ул мәрәйҙе бирер өсөн ҡыҙыл кешегә үҙенең портретын күрер кәрәк бит әле... Көтәм! Бөгөн Сафия һарғылт төҫкә барып етте. Был юлы уларҙы ниндәй һынау көтә икән? Йәһәтерәк сайтҡа инеп, танышы сығығыҙ әле?

Сафия исемле ҡыҙ йәшәгән. Ул сәскәләрҙе, күбәләктәрҙе, ҡоштарҙы, йәнлек-хайуандарҙы бик яратҡан. Бер көндө ул иртән һәр ваҡыттағыса сәскәләр менән һөйләшеп алған, күбәләктәрҙең хәлен белешкән. Һуҡмаҡ буйлап китеп барһа, кемдеңдер илағанын ишетеп ҡала. Тауыштың эйәһе - ҡуян балаһын ағас төбөндә табып ала.
- Ниңә илайһың? Ҡайҙа өйөң? - тип һораша.
- Йәйғорҙоң төҫтәре менән уйнарға тип менгәйнем, ҡолап төштөм. Аҙаштым... – тип тағы ла нығыраҡ күҙ йәшен түгә ҡуян.
Сафия уны ныҡ йәлләй. Аҙашһа, ул да ҡурҡыр ине! Ҡуян балаһын өйөнә алып ҡайта. Ашата, йылы ғына һөтөкәй эсерә, мамыҡ шәлгә урап йылындыра.
- Ҡал, миңә иптәш булырһың, икәүләп уйнарбыҙ, - ти ул ҡуян балаһына.
- Ю-ю-юҡ, ҡайтам, әсәйем мине юғалтып, эҙләп йөрөйҙөр, – ти ҡуянҡай.
Сафия уны өйөнә алып барырға була. Ул да әсәһенән айырым йәшәй алмаҫ ине бит. Ҡуянын кәрзингә ултыртып ала ла алла-гөллө йәйғорға табан атлай. Юлдары бик урау була. Урман аша ла үтәләр, йылғаны ла йөҙөп сығалар, ниһайәт, йәйғорҙоң беренсе төҫө - ҡыҙылға барып сығалар. Был тирәлә бөтә нәмә ҡыҙыл икән: сәскәләр ҙә, осоп йөрөгән күбәләктәр ҙә, ағастар ҙа, хатта үләндәр ҙә. Улар аптырап торғанда Ҡапыл ҡаршыларында ҡып-ҡыҙылдан кейенгән ҡып-ҡыҙыл бер кеше пайҙә була.
- Туҡта! Һин кем? – тип һорай.
- Мин – Сафия. Аҙашҡан ҡуян балаһын өйөнә алып китеп барам. Ул йәйғорҙоң теге яғында йәшәй, - тип яуаплай ҡыҙ.
- Миңә ярҙам итһәгеҙ генә һеҙҙе икенсе төҫкә үткәрәм! – тигән шарт ҡуя ҡыҙыл кеше.
- Әлбиттә! – тип шунда уҡ риза була ярҙамсыл ҡыҙ.
- Мин ҡыҙыл төҫтө генә беләм. Ә бына һинең күлдәгеңдә әллә нисә төҫ бар. Уларҙы минең дә белгем килә. Миңә төҫтәрҙе күрһәтегеҙ! (Һеҙҙе уратып алған әйберҙәрҙең төҫөн төҫтәрен һанап сығығыҙ)
Сафия уға үҙе белгән бөтә төҫтәрҙе лә әйтеп бирә.
- Инде беҙҙе артабан үткәреп, юлды күрһәтеп ебәрерһеңме?
- Минең бер ваҡытта ла үҙемде күргәнем юҡ, минең портретымды эшлә! Тик ҡара уны, артымдағы тәбиғәт тә эләкһен унда! Шунан ғына ары китерһегеҙ...
Ни эшләһен инде Сафия, ҡыҙыл кешенән буяуҙар һорап ала ла һүрәт эшләргә ултыра...
Ҡыҙҙар, малайҙар! Инде Сафияға ярҙам итергә һеҙҙең сират! хәҙер үк ҡыҙыл кешенең портретын эшләгеҙ ҙә ебәрә һалығыҙ. Сафияға ҡуян балаһын тиҙерәк әсәһенә алып барып еткерергә кәрәк!
ДАУАМЫ
Сафия ҡыҙыл кешенең теләген үтәп, уның портретын эшләй. Ҡыҙыл кешегә бик оҡшай. Сафияға ярҙам иткән балаларҙың да һүрәттәрен ҡарап сыға.
- Рәхмәт! – тип ул ҡыуанып.
Сафияға хәйерле юл теләп тороп ҡала. Ә ҡыҙ, ҡуянын алып, ары атлай. Ә ҡуян әсәһен һағынды. "Ҡайтҡым киләәә", - тип илай. "Түҙ-түҙ, тиҙән барып етәбеҙ", - тип йыуата уны ҡыҙ.
Тиҙҙән ҡыҙыл төҫ яйлап ҡына һарғылтҡа әйләнә. Әммә бөтә нәмә лә тоноҡ, саҡ-саҡ күренә. Баяғы кеүек, былар алдында аңғармаҫтан ғына һарғылт төҫтәге кеше килеп баҫа. Күҙендә - ҙур һарғылт күҙлек.
- Һин кем? Бында ни эшләп йөрөйһөң?
- Мин – Сафия. Аҙашҡан ҡуян балаһын өйөнә алып китеп барам. Ул йәйғорҙоң теге яғында йәшәй.
- Ә һин миңә йомаҡтарҙың яуабын табышырһыңмы?
- Әлбиттә!
- Улайһа, тыңла!
1.Тышта таш була,
Өйгә инһә, һыу була.
2. Балыҡ түгел, ҡош түгел,
Һыуҙа йөрөй үҙе гел.
3. Ҡырҙа үҫкән бер бала
Өйгә килеп моң һала.
4. Йәй ҙә егет, ҡыш та егет,
Йөрөй йәшел кейем кейеп.
5. Өй башында ярты икмәк.
Сафия уға йомаҡтарҙың яуабын әйтеп бирә. Ә һеҙ таптығыҙмы яуаптарын. Тапһағыҙ - афарин!
- Бик хуп, бик яҡшы, - ти теге кеше лә. - Әммә беҙҙә күҙлекһеҙ йөрөргә ярамай бит әле...
- Миңә нимә эшләргә һуң? - тип һорай Сафия.
- Ә һин күҙлек эшлә! Ана, дуҫтарыңдан да ярҙам һора!
Ҡыҙҙар, малайҙар, Сафияға ярҙам итәбеҙме? Күҙлек эшләп бирәбеҙме? Улайһа, Сафия һеҙҙән күҙлектәр көтә!
Читайте нас: