"Аҡбуҙатта" ҡунаҡта фестивале тамырҙары менән Көйөргәҙе районына барып тоташа. Өс йыл элек ошо уҡ фестивалдә ҡатнашып еңеү яулаған Асман да ошо райондан, Яңы Таймаҫ ауылынан.
“Мин фестивалдә икенсе тапҡыр ҡатнашам, 2018 йылда еңеүсе булдым һәм “Йәншишмә” балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең махсус призын алдым. Был юлы ла тылсымлы ат Аҡбуҙат хаҡында ҡобайыр ижад иттем. Йәштәштәремде лә был конкурста ҡатнашырға саҡырам, бындаә саралар үҫешкә булышлыҡ итә, илһамландыра бит”, – ти ул.
Бөгөн фестивалдә ҡатнашыу өсөн һикһәндән ашыу заявка ҡабул ителгән.
Ейәнсура, Бөрйән, Миәкә, Мәләүез, Мәсетле, Көйөргәҙе райондары, Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары кеүек Башҡортостандың төрлө ерҙәренән тыш, конкурсҡа Ырымбур өлкәһе кеүек төбәктәрҙән дә эштәр йыйылған.
“Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика фольклор фестиваленә эштәр 20 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк, еңеүселәр апрель башында Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылындағы “Йәшлек” район мәҙәниәт һарайындағы гала-концертта ҡатнашасаҡ.