+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
11 Март 2021, 15:05

КҮК ЙӨҘӨНДӘ - "АҠБУҘАТ" ЙОНДОҘО!

Шатлыҡлы яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ, ҡәҙерле башҡорт матбуғатын алдырыусылар!Космик эшмәкәрлек буйынса "Роскосмос" дәүләт корпорацияһы тарафынан "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан КҮК ЙӨҘӨНДӘ БЕР ЙОНДОҘҒА "АҠБУҘАТ" ИСЕМЕ БИРЕЛДЕ! Ул Пегас йондоҙлоғонда урынлашҡан.


"Аҡбуҙат" тураһында мәғлүмәт Күк есемдәре тураһындағы халыҡ-ара каталогҡа индерелде. Махсус сертификатта йондоҙҙоң координаттары ла күрһәтелгән.
Читайте нас: