+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
11 Март 2021, 10:10

БӨЙӨКТӘРҘЕҢ ӘЙТКӘНЕ

Башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған бөйөк, оло шәхесебеҙҙең береһе, башҡорт шағиры - Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов (апрель 1871 — июль 1931).Һеҙҙә бар истиғдад һәм ҡабилиәт,Уҡыуға, уҡытыуға ҡыйлығыҙ ғәҙәт.Уҡыуҙыр донъя-ахирәттә сәғәҙәт,Уянығыҙ, уянығыҙ, башҡорттарым!...

Башҡорт әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырған бөйөк, оло шәхесебеҙҙең береһе, башҡорт шағиры - Сафуан Суфиян улы Яҡшығолов (апрель 1871 — июль 1931). Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) Илсеғол ауылында мулла ғаиләһендә тыуа...
Башҡорт ерҙәрен талауға, колонизацияға ҡаршы сыҡҡан ул. Сафуан Яҡшығолов та капитализм нығынған, Рәсәйҙә киңерәк йәйелә барған осорҙа башҡорттарҙың милләт булараҡ һаҡланып ҡалыуы, башҡалар менән бер тиң үҫешкә өлгәшеүе юлын иң тәүҙә уҡыуҙа, аң-белем алыуҙа, мәғрифәтселеккә ынтылыуҙа, донъя мәҙәниәтен үҙләштереүҙә күрә. “Башҡорт ағаларына хитап” шиғырынан күренеүенсә, шағир, Аҡмуллаға эйәреп, уның фекерен дауам иткән, башҡорттарҙы белемгә, ғилемғә саҡырған, бар бәләне наҙанлыҡтан күргән шулай уҡ ер мәсьәләһен күтәрә.
Читайте нас: