+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2021, 08:50

ЙӘЙҒОР ТӨҪТӘРЕ АША

Ҡәҙерле дуҫтар, әйҙәгеҙ балалар менән ижади уйын уйнап алайыҡ. Һеҙгә һылтанма аша сайтҡа үтергә кәрәк буласаҡ. Сафия исемле ҡыҙға аҙашҡан ҡуян балаһын өйөнә алып барып ҡуйырға кәрәк. Ҡуян балаһының өйөнә барыр өсөн йәйғор аша үтергә кәрәк. Әммә, бына бәлә, йәйғорҙоң һәр төҫө һайын ҡыҙҙы һынау көтә. Сафияға балаларҙың ярҙамы кәрәк. "Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тиҙәр, берҙәм булһаҡ, күмәкләп ярҙам итһәк, Сафия ҡуян балаһын мотлаҡ әсәһенә алып барып тапшырыр. Һынауҙар төрлө буласаҡ: һүрәт төшөрөү, шиғыр һөйләү, математик мәсьәлә сисеү һәм башҡалар. Һәр эш өсөн балаға мәрәйҙәр бирелә. Кем аҙағына саҡлы Сафия менән барып етер һәм һәм кем күпме мәрәй йыйыр? Балалар баҡсаһында эшләргә мөмкин. Ә хәҙер әкиәттең башы һәм беренсе эш:

Сафия исемле ҡыҙ йәшәгән. Ул сәскәләрҙе, күбәләктәрҙе, ҡоштарҙы, йәнлек-хайуандарҙы бик яратҡан. Бер көндө ул иртән һәр ваҡыттағыса сәскәләр менән һөйләшеп алған, күбәләктәрҙең хәлен белешкән. Һуҡмаҡ буйлап китеп барһа, кемдеңдер илағанын ишетеп ҡала. Тауыштың эйәһе - ҡуян балаһын ағас төбөндә табып ала.
- Ниңә илайһың? Ҡайҙа өйөң? - тип һораша.
- Йәйғорҙоң төҫтәре менән уйнарға тип менгәйнем, ҡолап төштөм. Аҙаштым... – тип тағы ла нығыраҡ күҙ йәшен түгә ҡуян.
Сафия уны ныҡ йәлләй. Аҙашһа, ул да ҡурҡыр ине! Ҡуян балаһын өйөнә алып ҡайта. Ашата, йылы ғына һөтөкәй эсерә, мамыҡ шәлгә урап йылындыра.
- Ҡал, миңә иптәш булырһың, икәүләп уйнарбыҙ, - ти ул ҡуян балаһына.
- Ю-ю-юҡ, ҡайтам, әсәйем мине юғалтып, эҙләп йөрөйҙөр, – ти ҡуянҡай.
Сафия уны өйөнә алып барырға була. Ул да әсәһенән айырым йәшәй алмаҫ ине бит. Ҡуянын кәрзингә ултыртып ала ла алла-гөллө йәйғорға табан атлай. Юлдары бик урау була. Урман аша ла үтәләр, йылғаны ла йөҙөп сығалар, ниһайәт, йәйғорҙоң беренсе төҫө - ҡыҙылға барып сығалар. Был тирәлә бөтә нәмә ҡыҙыл икән: сәскәләр ҙә, осоп йөрөгән күбәләктәр ҙә, ағастар ҙа, хатта үләндәр ҙә. Улар аптырап торғанда Ҡапыл ҡаршыларында ҡып-ҡыҙылдан кейенгән ҡып-ҡыҙыл бер кеше пайҙә була.
- Туҡта! Һин кем? – тип һорай.
- Мин – Сафия. Аҙашҡан ҡуян балаһын өйөнә алып китеп барам. Ул йәйғорҙоң теге яғында йәшәй, - тип яуаплай ҡыҙ.
- Миңә ярҙам итһәгеҙ генә һеҙҙе икенсе төҫкә үткәрәм! – тигән шарт ҡуя ҡыҙыл кеше.
- Әлбиттә! – тип шунда уҡ риза була ярҙамсыл ҡыҙ.
- Мин ҡыҙыл төҫтө генә беләм. Ә бына һинең күлдәгеңдә әллә нисә төҫ бар. Уларҙы минең дә белгем килә. Миңә төҫтәрҙе күрһәтегеҙ! (Һеҙҙе уратып алған әйберҙәрҙең төҫөн төҫтәрен һанап сығығыҙ)
Сафия уға үҙе белгән бөтә төҫтәрҙе лә әйтеп бирә.
- Инде беҙҙе артабан үткәреп, юлды күрһәтеп ебәрерһеңме?
- Минең бер ваҡытта ла үҙемде күргәнем юҡ, минең портретымды эшлә! Тик ҡара уны, артымдағы тәбиғәт тә эләкһен унда! Шунан ғына ары китерһегеҙ...
Ни эшләһен инде Сафия, ҡыҙыл кешенән буяуҙар һорап ала ла һүрәт эшләргә ултыра...
Ҡыҙҙар, малайҙар! Инде Сафияға ярҙам итергә һеҙҙең сират! хәҙер үк ҡыҙыл кешенең портретын эшләгеҙ ҙә ебәрә һалығыҙ. Сафияға ҡуян балаһын тиҙерәк әсәһенә алып барып еткерергә кәрәк!
Читайте нас: