+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2021, 18:30

“БЕЙЕПМЕ КИЛӘ АҠБУҘАТ? УЙНАП КИЛӘ АҠБУҘАТ!”

Тап ошондай исем менән аталды күләмле сарабыҙ. Ул да иһә был шиғри юлдарҙың авторы Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина менән осрашыу! Бәләкәйкласс уҡыусыларына әүәлгесә уйын тәҡдим ителде. Ете башлы аждаһанан ете серле йоҙаҡҡа бикләнгән Аҡбуҙатты ҡотҡарыу – балалар алдынаҡуйылған маҡсат ине. Ете башлы аждаһа уйындың һәр йоҙағына “Аҡбуҙат” журналының “Арҙаҡлы башҡорттар”, “Тәтелдәк”, “Башватҡыстар”,“Бәпембә”, “Милли рух һынлы сәнғәттә”, “Балаларға күнекмә”,“Донъя әҙәбиәте-башҡорт телендә” рубрикалары өсөн үҙ шартын ҡуя барҙы.

Тәүге рубрикала бәләкәстәр “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, көтөп алған ҡунағыбыҙ Лариса Хпшим ҡыҙы Абдуллина
менән яҡындан танышты, ихлас аралашты. Киләһе йоҙаҡ асҡыстарын Валерия Сорокина йырлап, һуңынан күмәкләп башҡорт телендә тел шартлатып, баш ватҡыстар сисеп, шулай уҡ шағирәнең шиғырҙарын башҡорт һәм рус телендә Софья Филиппова, Элиза
Сәфиуллина, Даша Васильева, Айһылыу һәм Камилла исемле ҡыҙҙар һөйләп ишеттереп алһа, “Милли рух һынлы сәнғәттә” йоҙағына асҡысты
бәләкәй малай-ҡыҙҙар үҙҙәренең һүрәттәрен тәҡдим итеп алдылар. Ә бына “Донъя әҙәбиәте –башҡорт телендә” рубрика-йоҙаҡ асҡысын йәш
шағирыбыҙ Арсен Фәткуллин һәм Лариса Хәшим ҡыҙы асты. Арсен беренсе тапҡыр үҙе ижад иткән шиғырҙарын кеше алдында уҡып
ишеттерҙе. Тиңдәштәренең :”Нисек шиғыр тыуа?” - тигән һорауына, ул ихлас балаларса яуап ҡайтара: “Мин , мәҫәлән, үҫеп ултырған бәпембәне тапап
киткәндәрен күрһәм дә хисләнәм. Тәне ауырталыр инде уның...” Йәш шағирҙың һәләтен мөхәррир шунда уҡ күҙгә элде. Һәм “Баҫтырыш” тигән
шиғырын балалар алдында башҡорт теленә тәржемә яһаны , бынан ары ижад емештәрен редакцияға ебәреп торорға кәңәш итте. Киләсәктә Арсендың шиғырҙарын журнал биттәрендә баҫылып сығыуына беҙ һис шикләнмәйбеҙ. Шиғри күңелле балаларҙы Лариса апайҙары рәтендә күрергә
насип итһен! Бәләкәстәргә Лариса Абдуллина ла күстәнәстәр менән килгән ине. Шағирә бәләкәйҙәргә журналдың яңы һандарын, “Урал батыр” комикстар
йыйынтығын, Г. Мостафинаның “Искәндәр кисергәндәр” исемле китаптар бүләк итте, ә иң әүҙем ҡатнашыусыларға Аҡбуҙаттың амулеттарын
тапшырҙы. Бәләкәстәр ҙә Лариса Абдуллинаға бәләкәс кенә бала йөрәктәрен бик ҙур күреп ваҡыт бүлеп килгәне өсөн оло рәхмәттәрен белдерҙе Һәм
тағы ла осрашырға теләк белдерҙе. Уҡыусыларыбыҙ йола булараҡ, осрашыу аҙағында иҫтәлеккә фотоға төшөп, ҡанатланып таралышты.
Люция Ишморат ҡыҙы ЮЛМӨХӘМӘТОВА ,
Өфө ҡалаһы , 130-сы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.
Читайте нас: