-3 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
8 Март 2021, 11:15

ӘСӘКӘЙЕМ - КҮҘ НУРЫМ!

#Аҡбуҙат#ӘсәкәйемҡәҙерлемРазалия Кирилова, 4 "Б" класы уҡыусыһы. Туймазы районы Серафим ауылы.Әсәй! Ниндәй бөйөк һәм яғымлы һүҙ! Әсә - донъяла иң ҡәҙерле һәм иң яҡын кеше! Был һүҙ бар телдә лә һөйкөмлө һәм гүзәл яңғырай.

Минең дә донъяла иң яҡын һәм ҡәҙерле кешем- ул әсәйем-әсәкәйем. Әсәйемдең исеме лә үҙе кеүек һөйкөмлө һәм бик матур, ул Лилиә исемле. Ул күп йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Эшендә уны бик яраталар һәм хөрмәт итәләр. Әсәйем бала күңелле кеше. Шуға ла ул хеҙмәт юлын балалар менән бәйләй. Өйҙә беҙҙе лә иркәләп «улым », «ҡыҙым» тип кенә тора. Мин дә әсәйемде бик яратам. Унан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтермәйем. Шуның өсөн эштән ҡайтҡанын һағынып көтөп алам. Өйҙә мин әсәйемә ярҙам итергә тырышам. Һауыт-һаба, иҙән йыуыу, туҙан һөртөү кеүек эштәрҙе үҙем башҡарам. Минең әсәйем уңған хужабикә лә. Уның бешергән ризыҡтарынан телеңде йотарһоң; тәмлекәстәр менән беҙҙе һыйлап ҡына тора. Әсәйем бар яҡҡа ла өлгөрә. Тәҙрә төптәрен тултырып гөлдәр ҙә үрсетә, ҡул эштәре менән дә мауыға, беҙгә лә өй эштәре менән ярҙам итә.
Мин үҫкәс, әсәйемә оҡшағым килә! «Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем һиңә!»
Читайте нас: