-1 °С
Ҡар
VK
Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2021, 12:35

ҠУРСАҠТЫҢ ОЙОШҠАН СӘСЕН НИСЕК ЯҘЫП АЛЫРҒА?

Был проблема ҡыҙы булған һәр әсәйгә таныш. Ҡыҙсыҡ уйната торғас, ҡурсаҡтарҙың сәстәре ойошоп, уҡмашып бөтә. Уны нисек яҙып алырға?

  1. Тарай алған тиклем ҡурсаҡтың сәсен тарағыҙ.
  2. Сәсенә һабын йә шампунь һалып, күбекләндерегеҙ.
  3. Ныҡ ЭҪЕ һыу менән (яңы ҡайнап сыҡҡан булһа ла ярай) сәсен һыуларға.
  4. Бер нисә тамсы кондиционер тамыҙып, сәсен тарарға.
  5. Йәнә ҡайнар һыу менән сылатырға.
  6. Сәсен һыуҙан алып төнгөлөккә киптерергә ҡуйығыҙ.
  7. Иртәнгә ҡурсаҡтың сәсе йомшаҡ, шыма булыр.
  8. Ҡурсағығыҙ һеҙгә рәхмәт әйтер! :)
    Читайте нас: