+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
3 Март 2021, 22:10

3 МАРТ - ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР, КЕЙЕКТӘР КӨНӨ

ТӘБИҒӘТ. ҠЫРАҒАЙ ХАЙУАНДАР ТУРАҺЫНДА ЗӨБӘЙҘӘ ИСЛАМОВАНАН ЙОМАҠТАРАтҡа ул туған,Алыҫта тыуғанТөҫө ҡара, аҡ,Үҙе таҙа — паҡ.Ҡойроғон үргән,Һоҡлана күргән, ...

1.Ағас башында кейек
Ҡалай менгән ул бейек?
Йомшаҡ ҡойроғон болғап
һикерә, төшмәй ҡолап.
Йә, әйтегеҙ, дуҫтарым,
Ниндәй кейек ул тағы?
Ағас башында өйө
Сәтләүек яра ..... .
2.Маҡтанырға яратмай
Башы күктә булһа ла.
Һауалағы йондоҙ менән
Йыш күрешеп торһа ла.
Үрелеп иң бейеккә,
Ағас сәнскеһен урап,
Оҫта ғына ялмап алып
Ашай япраҡтар ..... .
3. Оҙонлоҡҡа һикер! Ул,,
Бармы уға етеүсе?
Моҡсайының эсендә,
Йоҡлай уның бәпесе.(.... )
4. Атҡа ул туған,
Алыҫта тыуған
Төҫө ҡара, аҡ,
Үҙе таҙа — паҡ.
Ҡойроғон үргән,
Һоҡлана күргән,
Буйлы һыҙатлы,
Кейеме затлы!
Ҡалаға килеп,
Юл аша елеп,
Йәйгән буй тунын
Йәлләмәй уны! (.....)
ЗӨБӘЙҘӘ ИСЛАМОВА
Читайте нас: