Ә төлкө эт һунарға килгән һайын, уны һыйлай икән.Ҡунаҡ ашы- ҡара-ҡаршы,эт тә төлкөнө ҡунаҡҡа саҡырған. Төлкө рәхәтләнеп тауыҡ ,ҡаҙ ите менән һыйланған.
Һунарсы аптырап һарайына ҡапҡан ҡуйырға булған.Ләкин ҡапҡанға төлкө түгел,ә хужаның эте эләккән.
Иртән һунарсы этенең шыңшыған тауышына сығып ҡараһа ,һарайында бер ҡош- ҡорт ҡалмаған була.Төлкө тиҙ генә һарайҙағы барлыҡ ҡош- ҡортто тоғона тултырып, урманға шылған.
Ғәйебен һиҙгән эт, хужаһын төлкөнөң ояһына алып бара.
Һунарсы төлкөнө атып алып ҡайта.Шул ваҡыттан бирле төлкөләр ҡойроҡтары менән үҙҙәренең эҙен һепереп кенә йөрөйҙәр икән.