+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
1 Март 2021, 19:45

ИСЕМ ҠУШЫУ ЙОЛАҺЫ

"Ҡурсаҡ һымаҡ өй эсендә бишек булмау - шул яман"Өфө районы Жуков ауылының "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһының " Йәйғор" башҡорт төркөмөндә бәпескә исем ҡушыу йолаһын үткәрҙек.Кескәйҙәрҙә үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү беҙҙең төп маҡсатыбыҙ. Бәләкәстәр йыр-моң, таҡмаҡтар менән күңелле итеп үткәрҙе байрамды. Һәр береһе шиғыр ятлап, милли кейем кейеп шатланды. Туған телгә һәм милләткә ҙур һөйөү менән йәшәйҙәр улар!Тәрбиәселәре: Нәсимә Миңлейән ҡыҙы Дәүләтшина.

Афарин, "Ҡарлуғас" баҡсаһы! Уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: