-5 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
27 Февраль 2021, 15:45

БАЛАЛАР ИЖАДЫ

ИКЕ ИЛ(Әкиәт)Борон-борон заманда бер матур ил булған ти. Унда йәшәгән кешеләр бер-береһенә ярҙам иткән, бер-береһен хөрмәтләгән. Шул илдә бер бәләкәй малай йәшәгән. Ул ябай ғына крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Был малайҙың исеме Батыр булған, ти. Батыр көн үҫәһен-ай үҫкән, ай үҫәһен-йыл үҫкән һәм көслө, ғәҙел егеткә әйләнгән. Егет үҫкәс, ул икенсе илдәрҙе лә күрергә йыйынған.Ауылынан сыҡҡас, егет ҡайҙа барырға белмәй, тура урман эсендәге юл менән киткән. Уны юлында күп ауырлыҡтар ҡаршы алған. Иң тәүҙә Батыр алдында ҙур ҡапҡа күренгән. Ҡапҡа төбөндә ултырған матур, ап-аҡ ҡына әсә-ҡуян уға :- Был ҡапҡа өҫтөндә яҙылған һүҙҙәрҙе уҡый алһаң, мин һине артабан ебәрә алам. Әгәр уҡый алмаһаң, тәүҙә мин һине уҡырға өйрәтәм, шунан ғына керерһең, - тиеп әйткән ти.Батыр уҡый белмәгәс, әсә ҡуяндан уны уҡырға өйрәтеүен һораған.Егет бөтә көсөн һалып, бер нисә айҙан уҡырға өйрәнгәс, ҡапҡа өҫтөндәге һүҙҙәрҙе уҡый алған, ти. Ундағы яҙыуҙа...



"Уҡыу һәм тырышыу - был донъяға инергә асҡыс" - тип яҙылған икән. Быны уҡығас ҡапҡа үҙенән-үҙе асылған да киткән икән. Батыр асыҡ ҡапҡа аша эске яҡҡа үткән. Егет ҡапҡанан кергәс тә күп кешеләрҙе күрәгән, улар барыһы ла әллә-ҡайҙа йүгереп баралар икән., бер туҡтап та тормайҙар ти, яйлап та атламайҙар икән.
Батыр аптырап беренсе ағайҙан, шунан икенсе апайҙан, унан һуң өсөнсө ағайҙан :
- Мин ҡайҙа килеп эләктем? - тип һораған, тик улар береһе лә егеткә яуап ҡайтармаған., баштарын аҫҡа эйеп һаман йүгереүҙәрен белгәндәр. Батыр уларҙан бер яуап та ала алмағас бер ҡарт бабай янына барып :
- Был ниндәй ил була ул? - тип һораған.
Бабай уға:
- Был гел эш менән булған кешеләр иле. Һин бығаса бында булғаның юҡ, ә хәҙер бөтә ғүмерең буйынса был илдә булырһың- тигән, һәм
- Беҙҙең йәшәгән илдә кешеләр йылмаймай, көлмәйенсә, эш артынан йүгерешеп гелән моңһоу ғына тик йөрөйҙәр. Шуның өсөндөр беҙҙең илдә шулай ҡараңғы ,- тигән һүҙҙәрҙе лә өҫтәгән.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс егет аптырап ҡалған, сөнки уның тыуған илендә улай булмаған.. Ул унда көн һайын дуҫтары менән шаярып , уйнап, көлөшөп йөрөгән ине .Уға бында бик ҡыйын булған.Бер кем менән дә ихласлап һөйләшеп тә, көлөшөп тә булмай икән, сөнки һәр кем эш артынан йүгерә лә йүгерә.
Батыр был кешеләргә оҡшамаҫҡа үҙенә һүҙ биргән һәм был илдә яҡтылыҡ булһын өсөн ил хужаһы - батша менән һөйләшергә ҡарар иткән. Ошо уйын тормошҡа ашырырға батша һарайына киткән тей.. Батша һарайына барып еткәс егет батша менән осраштырыуҙарын һораған. Бер аҙ көткәс, уны бик матур биҙәлгән, ләкин ҡара төҫтәге әйберҙәр өҫтөнлөк иткән бүлмәгә саҡырғандар. Батыр батшаны күреп, уның менән һаулыҡ һорашып уға һорауын биргән:
- Батша, ни өсөн һеҙҙең илегеҙҙә бөтәһе лә шулай моңһоу , йылмаймай, көлмәй йөрөйҙәр? Нисек кешеләрҙе шатландырып була?- тип һораған.
Уға батша
- Беҙҙең илебеҙҙә бөтәһе лә ашығып, өлгөрмәй ҡалырмын тип эш артынан йүгерешәләр. Шулай итеп улар бер иң мөһим әйберҙе оноталар - үҙҙәренең иҫтәлектәрен. Кешеләр уны иҫкә алһалар , эштәре лә эшләнер, бер уҡ ваҡытта шатланырҙар ҙа ине. Ләкин нисек итеп уларға быны аңлатырға һуң? Мин белмәйем, - тип үҙенең уйҙарын һөйләгән Батырға.
Батыр батшаның был һүҙҙәрен ишетеп урынынан торған да :
- Ә мин беләм нисек итеп уларҙы шатландырырға! - тип әйткән дә батша менән һаубуллашып тышҡа сығып киткән ти.Кешеләрҙе күргәс, ул иң бейек ағасҡа етеҙ генә үрмәләп менгән дә:
- Кешеләәәәр, һеҙ мине ишетәгеһеҙме? - тип ҡысҡырған. - Ишетһәгеҙ, туҡтағыҙ ҙа бер аҙ ғына тирә-яҡҡа ҡарап, тәбиғәттең, кешеләрҙең, донъяның матурлығын күрегеҙ, бер-берегеҙгә йылы һүҙҙәр әйтегеҙ! - тигән..
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, бөтәһе лә туҡтап, баштарын күтәргәндәр, үҙҙәре йәшәгән илдең матурлығын күреп һоҡланғандар..Ҡайһы берәүҙәр матур, йылы һүҙҙәр ҙә әйткәс, тирә-яҡ донъя яҡтырып киткән.
Кешеләр быға шатланышып Батырға рәхмәт һүҙҙәрен еткергәндәр.. Батша Батырҙы үҙенә саҡырып алып , уны үҙенең кәңәшсеһе итеп ҡуя. Ошонан һуң. был эш илендә шундай матур тормош урынлашҡан, тирә-яҡҡа яҡтылыҡ нурҙары таралған. Уларҙың шат, татыу көн итеүҙәренә, ҡараңғы илдең яҡтырып китеүенә бар ғаләм хайран ҡалған,ти. Был илдә йәшәргә ҡалған Батыр ҙа, батша ла, батшалыҡтағы кешеләр ҙә барыһы бергә әле лә шат ғүмер итәләр икән.

Линара ИҘРИСОВА.
Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһының 9 класс уҡыусыһы.
Читайте нас: