Балалар түңәрәккә баҫа. Теҙелеп ултырғысҡа ултырһалар ҙа була. Һәр береһенә ҡыҙыҡлы исемдәр бирелә. Мәҫәлән: Кәстрүл, Һөҙгөс, ҡоймаҡ... Алып барыусы һәр береһенең алдына баҫып, һорауҙар бирергә тейеш. Ә балалар яуап итеп бер һүҙ генә – үҙенең исемен атай:
Башыңа нимә кейеп алғанһың?
Түҙмәйенсә көлһә – уйындан сыға.
Уйын шарттары ябай: беренсе бала ҡысҡырып “ха” ти, икенсеһе – “хи”, өсөнсөһө тағы “ха”. Шулай дауам итә. Сират яңынаН беренсе уйынсыға килеп еткәс, ул “ха-ха”, ти, икенсеһе “хи-хи”, өсөнсөһө “ха-ха”. Шулай йәғни берәр ижек өҫтәп әйтәләр. Өҫтәлгән һайын уйын темпы ла шәбәйә.
Уйындың исеменән үк аңлашыла: уйын барышында көлөргә ярамай. Алып барыусы заданиелар бирә, уйынсылар уны үтәй. Һәр задание – айырым бер хәрәкәт.
- уң күршеңдең ҡолағын тот
- һул күршеңдең ҡолағынан тарт
- үҙеңдең танауыңдан тарт
- һул күршеңдең ҡулын күтәр
Теҙелеп торорға һәм бер нисә күнегеүҙе ятлап алырға:
- тура баҫтыҡ, ҡулдарҙы йәйҙек
- Ҡулдарҙы төшөрҙөк, һул аяҡты күтәрҙек
- һул аяҡты төшөрҙөк, уңын күтәрҙек
- сәпәкәй иттек һәм урында һикерҙек
Тәүҙә еңел тойолор, барыһы ла дөрөҫ ҡабатлар. Шәп, күңелле көй ҡуйығыҙ ҙа күнегеүҙәрҙе шул көй ыңғайына ҡабатлатығыҙ. Тиҙҙән балалар бутала башлар, шуның һайын алып барыусы “шәберәк-шәберәк” тип дәртләндерергә тейеш.