+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
21 Февраль 2021, 13:50

"АҠБУҘАТ" - БИШБҮЛӘК РАЙОНЫНДА

"АҠБУҘАТ" - БИШБҮЛӘК РАЙОНЫНДАБишбүләк районында Башҡорт тарихы йылы мәғрифәтсе-ғалим, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыу айҡанлы уның шиғырҙарын һөйләү конкурсы менән башланып китте. Ошо уңайҙан Бишбүләк 1-се урта мәктәбендә район уҡыусылары Ғәли Соҡоройҙоң шиғырҙарын ятлап, көс һынашты. Шулай уҡ райондың алдынғы уҡыусыларына, төрлө конкурс еңеүселәренә мең ырыуы премиялары тапшырылды. Уҡыусыларҙы мең ырыуы башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Альфред Шәймәрҙәнов һәм Фәнис Хәлиуллин ҡотланы. Ғәли Соҡорой шиғырҙарын яттан һөйләүсе балаларға "Аҡбуҙат" журналының да иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

Был сарала Бишбүләк районының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла әүҙем ҡатнашты.
Читайте нас: