-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 08:55

УНЛАР ЫРЫУЫ ЙЫЙЫНЫ СИКТӘРЕНДӘ ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫНДА "АҠБУҘАТ" ЖУРНАЛЫНЫҢ 30 ЙЫЛЛЫҒЫ ЛА БИЛДӘЛӘНДЕ!

БАҪМА ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ БАШ МӨХӘРРИР ЛАРИСА АБДУЛЛИНА МЕНӘН РӘССАМ АРТУР ВӘСИЛОВ ИҪКЕ АҠБҮЛӘК МӘКТӘБЕ УҠЫУСЫЛАРЫ МЕНӘН ОСРАШТЫ. ҺӘРБЕР УҠЫУСЫ МЕНӘН АЙЫРЫМ ТАНЫШЫП СЫҠҠАНДАН ҺУҢ, ТӨБӘК ТАРИХЫ ТУРАҺЫНДА ЛА ҺӨЙЛӘШЕП АЛДЫЛАР. БАЛАЛАР БЫЛ ЯҠТА НИНДӘЙ ЫРЫУ БАШҠОРТТАРЫ ЙӘШӘҮЕ, МӘҘӘНИ ҠАҘАНЫШТАР ХАҠЫНДА ЯҠШЫ ХӘБӘРҘАР ИКӘНЕН КҮРҺӘТТЕ.САРА БАРЫШЫНДА УҠЫУСЫЛАР ЖУРНАЛ МЕНӘН ТАНЫШТЫ. МАХСУС СЫҒАРЫЛҒАН ТӨНЬЯҠ-КӨНБАЙЫШ ҺАНЫН АЛЫП ҠЫУАНДЫ. ШУЛАЙ УҠ РӘССАМ АРТУР ВӘЛИСОВ УНЛАР ЫРЫУЫНЫҢ АҒАСЫ - ҠАРАҒАСТЫ ТӨШӨРӨҮ БУЙЫНСА ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСЕ БИРҘЕ. КЕМ ЕҢЕП СЫҠҠАНЫ ХАҠЫНДА АЙЫРЫМ ХӘБӘР ИТЕРБЕҘ!ОШО УҠ ДИАЛЕКТҠА ТӘРЖЕМӘ ИТЕЛГӘН "ШУМЕР" ЙӘНҺҮРӘТЕН ДӘ БАЛАЛАР ҠЫҘЫҠҺЫНЫП ҠАРАНЫ.