+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2021, 13:05

БАЛАЛАР ИЖАДЫ

ТЕЛЕФОН ҠОЛО(Хикәйә)Борон заманда түгел, әлеге көндә, бер ауылда, Нәркәс исемле бер ҡыҙ йәшәй, ти. Башҡортостандың күп башҡа балалары шикелле, был ҡыҙ ҙа мәктәптә 5-се класта уҡып йөрөй икән. Ата-әсәһе ҡыҙҙың тыуған көнөнә телефон алып бирә. Һәр ваҡыт бәйләнеш булһын өсөн алып бирелгән телефон, Нәркәсте үҙенә бәйләй ҙә ҡуя. Ҡыҙ телефондан бер генә минутҡа ла айырылмаҫ була ла китә. Мәктәптә уҡытыусылар , өйҙә ата-әсәһе тыйыуға ҡарамаҫтан, Нәркәс бар эшен, өйгә эшен онотоп, телефонда төрлө уйындар уйнарға өйрәнеп ала. Бер кис әсәһе телефонын алып ҡуйғас, шундай хәл була.

Убырлы ҡарсыҡтыҡы шикелле арҡаһы бөкөрө , күҙҙәрендә ҡалын лупа күҙлектәр, күп телефон уйындарын уйнауҙан, бармаҡтары кәкерәйеп ҡалған телефон ҡолон күрә төшөндә Нәркәс.
- Ошо ҡарсыҡ һинең киләсәгееең! – тигән ҡот осҡос тауышҡа ҡыҙ ҡурҡып уянып китә.
Ярай әле, төш кенә булған.
Ошо көндән башлап Нәркәс саңғыла, санала шыуа, иртән зарядка эшләргә лә онотмай башланы. Телефонда бушҡа ваҡыт үткәреүен туҡтатты.
Ә һеҙ, дуҫтар, телефон ҡоло түгелме?

Гөлиә ИБӘТУЛЛИНА.
Ғафури районы Табын коррекцион мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.
Етәксеһе – башҡорт теле уҡытыусыһы Рәйлә Мәҡсүт ҡыҙы.
Читайте нас: