+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
19 Февраль 2021, 13:15

БАЛАЛАР ИЖАДЫ

Икмәк валсыҡтары(Әкиәт)Бер заман иртәнсәк Винер исемле малай өҫтәл артында икмәккә май буяп ашап ултырған. Ул бик тәртипһеҙ, ялҡау булған. Һәр ваҡыт өҫтәл аҫтына икмәк валсыҡтарын ҡойоп ултырған. Өҫтәлгә төшкән икмәк валсыҡтарын да ҡулы менән иҙәнгә һыпырып ташлаған.

Иҙәндә Винерҙың аяҡ аҫтындағы икмәк валсыҡтары аптырашып, бер-береһенә ошаҡлай башлағандар, ти. «Был малай мине төртөп төшөрҙө, тапаны. Һәйбәт кеше килеп сыҡмаҫ ул Винерҙан», -тип шаулашҡандар, ти
Бер килке үҙ-ара һөйләшеп алғас, икмәк валсыҡтары Винерҙы аҡылға ултыртып алырға булғандар.
Киске аш ваҡытында Винер ашарға ултырған һәм яңынан теге икмәк валсыҡтарына ялан аяҡ баҫҡан. Ә улар көнө буйы иҙәндә ятып ҡатып өлгөргәндәр. Икмәк валсыҡтары малайҙың аяҡтарына ҡаҙалғандар, ти. Винер, аяҡтары ауыртыуға түҙмәйенсә,ҡысҡырып ебәргән дә , икенсе бер ергә баҫырға уйлаһа, теге икмәк валсыҡтары һөйләшкәнсә, тәгәрәп тик йөрөйҙәр икән. Винер ҡасырға уйлаған, тик был эш килеп сыҡмаған. Әллә күпме этләнгәс, Винер ҡулына һеперке алып икмәк валсыҡтарын йыйыштырып ҡуйырға мәжбүр булған. Ә икмәк валсыҡтары Винер ишетмәһә лә уға “рәхмәт” әйткәндәр. Бушҡа әйтмәйҙәр бит: “Икмәк бөтә нимәгә лә баш” – тип. Икмәкте ҡәҙерләргә, һаҡларға кәрәк!

Наҙгөл ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы 3-сө һанлы Красноусол урта мәктәбенең 5 класы уҡыусыһы.
Читайте нас: