Уның файҙаһы ла күп. Донъяны яңы танып белә башлаған кеше күп нәмәгә өйрәнеп ҡала был мәлдә. Инструменттар менән таныша, исемдәрен белә, уаларҙы тотоп, үҙе эшләп ҡарай. Фантазияһын егә, уй-фекерләргә өйрәнә, яуаплылыҡ тоя. Һәм, әлбиттә, эш барышындағы һөйләшеү, аралашыу, һорауҙарына яуап алыу араларҙы яҡынайта, ышаныс тыуҙыра, күңелен байыта. Ҡатырға табыу әллә ни ҙур мәсьәлә түгел бөгөн. Бергәләп, ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирергә тәҡдим итәм.