өй туҙа тип, баланы бындай уйындарҙан тыя һәм дөрөҫ эшләмәй. Сөнки ҡоролма ҡороу кескәйҙәр өсөн бик файҙалы шөғөл. Конструкторҙан төрлө әйберҙәр эшләү баланың фекерләү ҡеүәһен, уйлау һәләтен арттыра, эстетик тойғоһон һәм ижади ҡарашын үҫтерә, хеҙмәткә һөйөү уята. Шулай уҡ уйын барышында балалар бер-береһе менән аралаша, кәңәшләшә һәм ниндәй ҡоролма төҙөгәнлеген анализлай. Ә был инде үҙ сиратында баланың телмәрен үҫтереүгә, һүҙ байлығын арттырыуға булышлыҡ итә.