“Йәшлек”тән – “Аҡбуҙат”ҡа
“Башҡортостан пионеры” гәзитендә (хәҙерге “Йәншишмә”) баш мөхәррир урынбаҫары булып дәртләнеп эшләп йөрөгән саҡ. “Ленинец-Ленинсы” гәзите урынына заманса рух менән һуғарылған үҙ аллы гәзиттәр сығарыу тураһында Хөкүмәт ҡарары сыҡты. Руссаһы “Молодежная газета”, башҡортса йәштәр гәзите “Йәшлек” исеме менән нәшер ителә башланы. Мине “Йәшлек”кә яуаплы сәркәтип итеп саҡырҙылар. Ең һыҙғанып өр-яңы гәзитте ойоштороуға тотоноп киттек. Тираждың ай һайын артыуы эшләргә дәртте арттыра ғына. Тәүге дүрт айҙа эш хаҡы түләмәгәндәрендә ҡайғы юҡ, иң мөһиме – туған телебеҙҙә гәзит бар! Уның ҡарауы аҙаҡ бер юлы “байыныҡ”. Эй-й, ул саҡтағы хәтирәләргә төшөп китһәң, иҫләрлек ваҡиғалар шул тиклем күп...
Ул ваҡытта уҡ мәктәпкәсә йәштәге, башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым, үҙ аллы журнал булдырыу тураһында һүҙҙәр йөрөй, тәҡдимдәр ишетелә ине. Яҙыусылар союзында ла, Мәғариф министрлығында ла был турала бер генә әйтелмәне. Һәм бер көн уйламағанда Факиһа Һаҙый ҡыҙы мине “Аҡбуҙат” журналын ойошторорға саҡырҙы. Башҡорт телендә асылған һәр гәзит-журнал беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс, бер мөжизә ине, шуға аптырап ҡалдым: “Йәшлек” гәзитендә ҡыуанып эшләп йөрөйөм, яңы журнал асыу ҙа ҡыҙыҡтыра. Шулай ҙа һуңғыһы көслөрәк булып сыҡты: ноябрь айында беҙ ең һыҙғанып “Аҡбуҙат”ты ойоштороу эшенә тотондоҡ. Мәғариф министрлығы эргәһендә бәләкәй генә тираж менән сығып килгән “Русский язык в башкирской школе” тигән журналды “Башҡортостан уҡытыусыһы”на ҡуштылар ҙа кескәйҙәр баҫмаһы шуның урынына нәшер ителә башланы. “Аманат”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарын һәм “Йәншишмә”, “Истоки” гәзиттәрен дә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы үҙенә һыйындырҙы. Министрлыҡтың ул ваҡыттағы етәкселәренә мин бөгөн дә рәхмәтлемен. Ул ваҡыттағы мәғариф министры Рифҡәт Гарданов, урынбаҫарҙары Миндияр Юлмөхәмәтов, Михаил Бирюковтарҙың журналға иғтибары көслө, ярҙамы ҙур булды. “Аҡбуҙат”тың хәле менән улар аҙаҡ та ҡыҙыҡһынып, һорашып торҙолар. Республикабыҙҙың бөтә райондарына бер төрлө йөкмәткеле хат алып инһәм, Рәфҡәт Гардановтың һәр береһенә шәхсән ҡул ҡуйып ултырыуы үҙе күп нәмә тураһында һөйләй ине. Балалар баҡсаларында, башланғыс класс уҡыусылары араһында журналды таратырға ихлас ярҙам иттеләр.
“Ағиҙел” журналының ҡушымтаһы булараҡ ҡына сыға башлаһа ла, “Аҡбуҙат” журналының нигеҙе уйланылғайны, йүнәлеше билдәләнгәйне, структураһы, концепцияһы бар ине. Беҙ шуны үҙ аллы баҫма итеп, уны көсәйтеп, биҙәп, йөрәк һалып эшләнек.
Тәүге мәлдәрҙә проблемаларһыҙ ҙа булманы: беҙҙең ултырып эшләргә урыныбыҙ ҙа юҡ ине... Үҙенә һыйындырып, бер мөйөштән урын тәҡдим итеп, ярҙам ҡулын “Аманат” журналы һуҙҙы. Унда, “штаб начальнигы ” – яуаплы сәркәтип булараҡ, миңә генә ултырып эшләргә тура килде. Үҙебеҙгә урын бирелгәнсе Факиһа Һаҙый ҡыҙы ваҡытлыса өйҙән эшләп торорға ҡарар итте. Бүлек мөхәрриребеҙ яҙыусы, шағирә Зарема Әхмәтйәнова ул ваҡытта “Башҡортостан ҡыҙы”нда, техник редакторыбыҙ Фәйрүзә Фәтҡуллина “Башҡортостан уҡытыусыһы”нда, машинистка Фәниә Айытҡолова “Аманат” журналында ла эшләп йөрөйҙәр ине, шуға улар редакцияларында ҡалды. Биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмова ла бөтә эште өйҙән алып барҙы.
Проблема бының менән бөтмәй ине. Дәртләнеп, 1-2 ай эшләгәйнек, 3-4-се номерҙарҙы сығарырға ҡағыҙыбыҙ етмәй булып сыҡты. Бәләкәй тиражлы журнал урынына ғына эш башлағанбыҙ бит инде. Ә “Аҡбуҙат”тың тиражы беренсе көндән үк күҙгә күренеп артты. Бюджетҡа һалынмағас, етәкселек бер нәмә лә эшләй алмағанын белдерҙе. Бөтә хужалыҡ эштәре һәм “Аҡбуҙат” журналы өсөн ҡағыҙ, канцелярия тауарҙарын хәстәрләү минең иңгә ятты. Бының өсөн газ, нефть өлкәһендә эшләгән етәкселәргә сыҡтыҡ, төрлө ойошмаларға хаттар яҙҙыҡ, заводтарға мөрәжәғәт иттек. “Китап” нәшриәтенең ярҙамы ҙур булды. Береһе лә беҙҙең һорауға битараф ҡалманы, кескәйҙәр өсөн журнал сыға башлауын бер мөғжизә итеп ҡабул иттеләр.
Хеҙмәткәрҙәрҙең тормош-көнкүрешен яҡшыртыу буйынса ла эштәр алып барҙыҡ. Шул осорҙа редакция хеҙмәткәрҙәренә фатирҙар юлланыҡ, баҡсалар алдыҡ. Шундай эштәрҙең башында йөрөүемә, хеҙмәттәштәремә ярҙам итә алыуыма әле лә ихлас ҡыуанам.
Ижадташ авторҙарыбыҙҙың ярҙамын тойоп йәшәнек
Баштан уҡ алдыбыҙға маҡсат ҡуйҙыҡ: “Аҡбуҙат” журналы сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, ҡыҙыҡлы әйберҙәргә, башватҡыс-уйындарға мул, ҡыҫҡа әҫәрҙәрҙән торған, бай йөкмәткеле иң матур, иң сифатлы баҫмаларҙың береһе булырға тейеш! Юҡһа үҙҙәрен балалар яҙыусыһы тип йөрөгән әҙиптәребеҙ йә күләме, йә тематикаһы буйынса тап килмәгән, беҙҙе ҡәнәғәтләндермәгән әйберҙәр алып килә башлағайны. 16 битлек журналға оҙон-оҙон әҫәрҙәр биреп булмай бит инде. Ағай-апайҙарыбыҙ аңланы: бәләкәйҙәргә хас әҫәрҙәр ижад итергә тырышты. Күбеһе менән аҙаҡ әүҙем хеҙмәттәшлек иттек. Бына шулай әкренләп кескәйҙәр өсөн ҡыҫҡа әкиәттәр һәм хикәйәләр тыуҙы. Был тәңгәлдә авторҙарыбыҙға беҙҙең төп кәңәшсебеҙ, таянысыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим өлгө булды. Журнал сыға башлағас та редакцияға килеп ҡыуанысын белдереп, фатихаһын биреп, уңыштарын теләне һәм шунан алып һәр ваҡыт хәлебеҙҙе белешеп торҙо. Шул тиклем теүәл кеше булды ул: ярты битлек әйбер кәрәк ине тиһәк, артыҡ та, кәм дә итмәй, балалар донъяһы тотошлай инеп ятҡан, олоһо ла, кесеһе лә бер тында уҡый торған ярты ғына битлек әкиәт йә хикәйә килтерер ине.
Редакция янында тәүге мәдәрҙән үк матур редколлегия – авторҙар коллективы тупланды: Динә Талхина, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Рәсимә Ураҡсина, Зөһрә Ҡотлогилдина, Гөлнур Яҡупова, Сәрүәр Сурина, Факил Мырҙаҡаев, Рәшит Солтангәрәев, Сафуан Әлибаев, Гөлфиә Юнысова, Фәүзиә Рәхимғолова һәм башҡалар... Улар мотлаҡ ниндәйҙер материал бирә тигән һүҙ түгел ине, ләкин журналға тип әҙерләнгән әйберҙәргә күҙ һалып, беҙгә эшләргә ярҙам иткән ижадсылар. Яңы рубрикалар булдырыуҙа, йөкмәткеһен асыуҙа ла уларҙың ярҙамы ҙур булды. Факиһа Туғыҙбаева, Зарема Әхмәтйәновалар – төп идея менән һуғарыусылар.
Кескәйҙәр өсөн тәғәйенләнгәс, журналдың сифатлы биҙәлешенә иғтибарҙы көсәйттек. Һүрәтһеҙ биттәр балаларҙы ҡыҙыҡһындырмаҫ ине. Журналыбыҙ менән хеҙмәттәшлек иткән унлаған рәссамдан торған коллектив тупланды. Ул ваҡыттағы рәссамдарға, ижадсыларға әле лә рәхмәтлемен, бәлки ҡайһы саҡ үҙҙәренең эше өсөн тейешле баһаһын да алмағандарҙыр... Улар тарафынан бер ниндәй икеләнеү, йә, булдыра алмайым, ваҡытым юҡ, тигән һүҙҙәр ишетмәнек. Баҫмабыҙ балаларға барып етергә тейеш, тигән ҙур уй менән янып, ихлас эшләнек.
“Аҡбуҙат” балалар яҙыусыларын үҫтерҙе
“Аҡбуҙат” балалар яҙыусыларын үҫтереүҙә лә ҙур роль уйнай, тип әйтер инем. Күптәр тәүҙә журналда баҫылған шиғырҙарҙы, әкиәттәрҙе уҡый, аҙаҡ үҙҙәре яҙып ҡарай, өлкәнәйгәс, яҙыусы булып киткәс инде яңынан ошо журналға әйләнеп ҡайта. Беҙҙең коллективтан да, техник редактор булып эшләй башлағас, Фәйрүзә Фәтҡуллина бынамын тигән әкиәттәр, хикәйәләр ижад итә башланы, быға тиклем өлкәндәр өсөн шиғырҙар, юмористик хикәйәләр яҙған кеше булһам да, мин дә балалар өсөн яҙыуға күстем. Факиһа Һаҙый ҡыҙының әленән әле: “Яҙығыҙ, һеҙ бит булдыраһығыҙ”, – тип дәртләндереп, ышаныс белдереп тороуы ла һөҙөмтәһеҙ ҡалмағандыр.
Ул ваҡытта бөтәбеҙҙең дә балаларыбыҙ бәләкәй әле: кемдеке мәктәптә уҡый, кемдеке балалар баҡсаһына йөрөй, минең кесе улым баҡса йәшенә лә етмәгәйне әле. “Аҡбуҙат”та сыҡҡан йә сығасаҡ сит авторҙарҙың, үҙебеҙ яҙған әкиәт-шиғырҙарҙы өйҙә балаларыбыҙға һөйләп ишеттереп, уҡытып, редакцияла шул турала фекер алыша инек. Үҙенә күрә бер тәжрибә майҙансығы булған был, тип уйлайым. “Аҡбуҙат” мәктәбе. Һүрәттәрен ҡарағанда йә әкиәттәрҙе тыңлағанда балаң йөҙөндә йылмайыу күреү ул табыш була торғайны. Аҙаҡ ҡайһыһына нимә оҡшағанын, уларҙың тәүге реакцияһын һөйләп, көлөшөп, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Был бер йолаға ла инеп киткәйне. Эшебеҙҙең баһаһын, фекерҙең сабыйҙарға барып етеү-етмәүен шунда уҡ күреп, аңлай инек. Ул саҡта яҙған хикәйәләрҙе бөгөн яңынан уҡыһам, ихлас бер тормош булып күҙ алдыма баҫа. Ә бит “Аҡбуҙат” журналында сыҡҡан байтаҡ әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, мәҡәләләр аҙаҡ дәреслектәргә, кластан тыш уҡыу китаптарына инеп китте. Был шулай уҡ беҙҙең журналдың көсөн, сифатын күрһәтә.
“Аҡбуҙат” журналы йәшәгәндә – башҡорт теле йәшәйәсәк
“Аҡбуҙат” журналы ул бөгөн республикабыҙҙа үҙенең уҡыусыларын, йүнәлешен тапҡан бик матур баҫма. Милли матбуғатты бөгөн “Аҡбуҙат”һыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.
Әҙәбиәттең йөҙөн проза билдәләй. Башҡорт әҙәбиәтендәге ҙур-ҙур әҫәрҙәрҙе кемдер уҡырға тейеш. Ә уҡыу мәҙәниәтен балалар әҙәбиәте тәрбиәләй. Шул бәйләнеш әҙәбиәтселәр араһында йыш ҡына баһаланмауы, балалар әҙәбиәтенең икенсе планда ҡала биреүе генә ғәжәпләндерә...
Туған телендә һөйләшә алған осраҡта ла руссаға күскән ғаиләләргә әйтергә теләйем: үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлап ҡалырға теләһәк, беҙ, тәү сиратта, ғаиләлә үҙ телебеҙҙә һөйләшергә тейешбеҙ. Был тәңгәлдә, әлбиттә, иң яҡын ярҙамсыларыбыҙ – матбуғат баҫмалары. Һәр йортта“Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары, “Йәншишмә” гәзите булғанда башҡорт теле йәшәйәсәк һәм башҡорт телендә һөйләшкән, халҡын ихтирам иткән шәхестәрбеҙ ҙә буласаҡ.
30 йыл – бик матур юбилей. 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы коллективы, редколлегияһы ағзалары исеменән киләсәгебеҙҙе хәстәрләгән “Аҡбуҙат” журналын күркәм йәше менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Киләсәктә лә шулай матур, уҡымлы, көтөп алынған баҫма булып һәр өйгә барып етеүен теләйем. Уҡыусылары күп булһын! Уҡыусыларҙың күплеге халҡыбыҙҙың, балаларҙың күплеге тураһында һөйләй. Шулай булһын!..
Гөлнара МОСТАФИНА яҙып алды.