+21 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
16 Февраль 2021, 10:50

ИРӘНДЕКТЕҢ ШӨҒӨЛДӘРЕ

Ирәндек ЙӘНГИЛДИН Баймаҡ районы Билал мәктәбенең 4-се класында уҡый. Бәләкәй булһа ла, шөғөлдәре бик күп уның.Аттарға булған һөйөүенән башлағым килә һүҙемде. Ныҡ ярата Ирәндек был малҡайҙарҙы. Ҡыҙыҡһыныуы көслө булғанға, аттар тураһында белмәгәне юҡ.

Сәғәттәр буйы дискуссия алып барырға мөмкин. Мәктәптән ҡайта ла, өйгә эшен эшләп, һыбай йөрөргә сығып та китә. Әле атаһы Рауил менән Гектор һәм Сибәркәй исемле тайҙарын өйрәтәләр. Ирәндектең әлеге мәлдәге иң ҙур хыялы: Максимус тигән тайы менән ат бәйгеләрендә ҡатнашыу.
Спорт менән дә теләп, ихлас шөғөлләнә Ирәндек. Ауыл малайҙары менән футбол майҙаны эшләп алып, шунда рәхәтләнеп футбол тибәләр. Самбо, дзюдо түңәрәктәренә йөрөй. Пандемия арҡаһында түңәрәктәр эшләмәйерәк торһа ла, әле яңынан шөғөлләнә башланылар.Еңеүҙәре лә бар инде Ирәндектең. Баймаҡ районы буйынса үҫмерҙәр араһында (2011-2012 йылғылар) асыҡ турнирҙа - 1-се урын; Белорет районында самбо буйынса беренселектә – 1-се урын; Кушнарен районында өлкән прапорик Галяув Айрат иҫтәлегенә арналған самбо беренселегендә 3-сө урын. Әле Татарстанға барырға тейештәр. Унда ла һынатмаҫ уңған егет!
Ирәндектең үҙ аллы намаҙ уҡыуын, бәләкәй сүрәләрҙе яттан белеүен, ислам динен өйрәнеүен әйтмәй ҙә булмай. Шуға ла күңелендә тик изгелек уның, бүтән төрлө уйҙарға, насар шөғөлдәргә ваҡыты ла ҡалмай, теләге лә юҡ.
Читайте нас: